+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Ноябрь 2020, 12:50

Район спортсылары беренселәр иҫәбендә

7-һенән 15 ноябргә тиклем Ставрополь крайының Ессентуки ҡалаһындағы спорт объекты базаһында хеҙмәткә алынасаҡ йәшкә тиклемге Рәсәй йәштәре Спартакиадаһы үтте. Бында беҙҙең райондың йыйылма командаһы ҡатнашып, иң көслө 15 команда иҫәбенә инде.

Спартакиада программаһы хәрби әҙерлек этаптарынан: автоматты ваҡытҡа һүтеп йыйыу, команда составының строевой әҙерлеге, шулай уҡ ГТО нормативтарын үтәүҙән торған. Ҡатнашыусыларға “электрон ҡорал”дан атыу әҙерлеген күрһәтеү, граната ырғытыу, йүгереү, турникта тартылыу, оҙонлоҡҡа урындан һәм йүгереп килеп һикереү кеүек күнекмәләрҙе эшләргә тура килгән.
Башҡортостан Республикаһы данын районыбыҙ спортсылары Дмитрий Афанасьев, Тимур Әхмәтханов, Байрас Вәлиев, Никита Иванов, Денис Ковальский, Алмаз Нәсибуллин, Данияр Сәйфуллин, Илназ Сәфәрғәлиев, Денис Петров һәм Вадим Фәтҡуллин яҡланы. Команданы төрлө күнекмәләрҙе тейешле талаптарға тап килтереп һәм дөрөҫ үтәүгә Лиана менән Шамил Хәкимовтар шөғөлләндергән.
Һөҙөмтәләр буйынса беҙҙең райондың йыйылма төркөмө Спартакиаданың дөйөм команда беренселегендә 23 төбәк этабындағы еңеүсе командалары араһында 14-се урын яулаған. Беренсене - Ханты-Мансийск автономлы округы, икенсене – Мәскәү, өсөнсө урынды Марий Эл Республикаһы спортсылары алыуға өлгәшкән.
Ошондай ҙур бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итеп, уңышлы сығыш өсөн көрәшкән районыбыҙ үҫмерҙәренә һәм уларҙың команда етәкселәренә “афарин” тип, алда ла еңеүҙәр һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: