+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Декабрь 2020, 12:25

Бәләкәйҙәргә - хәүефһеҙлек жилеттары

Эргә-тирәбеҙҙә йыл әйләнәһенә төрлө юл-транспорт ваҡиғалары булып тора. Машиналар һаны артҡан һайын, иртә менән мәктәпкә юлланған йәки һуң ҡайтҡан уҡыусылар өсөн дә атай-әсәйҙәрҙең хәүефләнеүе, борсолоуы арта.

Районда юл-транспорт ваҡиғаларын профилактикалау һәм юл хәүефһеҙлеге мәҙәниәте тәрбиәләү сиктәрендә “Берҙәм эшмәкәрлек көнө” уңайынан “Баҙлауыҡ” акцияһы үтте. Был акция барышында башланғыс класс уҡыусыларына яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтары булған жилеттар таратылды.
Уҡыусыларҙы яҡтылыҡ сағылдырыусы жилеттар менән тәьмин итеү заманса халыҡ-ара стандартҡа ярашлы башҡарыла. Акция инициаторҙары, шул иҫәптән район хакимиәте сираттағы яҡтылыҡ сағылдырыусы жилеттарҙы таратыу өсөн оло юл буйында урынлашҡан Красноусолдағы 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең башланғыс класс уҡыусыларын һайлаған.
Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре, шул уҡ ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте кураторҙары булып торған Айгөл Фәйзуллина менән Әлфиә Хәзиева, 1-се мәктәптән Әлиә Ҡунафина дәрестәрен тамамлап сыҡҡан 23 балаға жилеттар таратты. Жилеттар бөтәһенә етмәһә лә, балаларын алырға килгән атай-әсәйҙәр ҙә кескәйҙәрҙең хәүефһеҙлеген ҡайғыртып, ошондай акция үткәреүҙәренә бик шат ҡалдылар.
Ирекмәндәр ҡулынан жилеттар алған балалар шатланып тағата һалып та ҡаранылар. Уларға айырыуса сағыулығы оҡшаны. Бындай жилеттар йоҡа һәм еңел полиэфирҙан эшләнелә. Өҫтән тегелгән яҡтылыҡ сағылдырыусы һыҙаттар балаларҙы йыраҡтан күреү өсөн ярҙам итә. Был жилеттарҙы һәр саҡ кейергә мөмкин. Баланың буйына дөрөҫ һайланған жилеттар уңайлы, кофта һәм куртка тышынан да кейергә була. Ирекмәндәр әйтеүенсә, еңел йыуыла һәм ныҡлығы менән дә айырылып тора. Шуға ла был жилеттарҙы үҙҙәренән бәләкәйерәктәргә лә тапшыра алалар.
- Район етәкселеге тарафынан бөтәһе 50 яҡтылыҡ сағылдырыусы жилет һатып алынған. Быны беҙ үҙебеҙ алып ҡайтып, уҙған йылда уҡ балаларға таратырға ярҙам иттек. Урамдарҙа һәм юлда балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бик һәйбәт сара. Каникулда, шулай уҡ уҡыу осоронда балалар иң күп йөрөүселәр иҫәбенә инә. Уларға һаҡланыу өсөн айырым ҡағиҙәләр ҙә бар. Атай-әсәйҙәр ҙә үҙ балаларының хәүефһеҙлеген хәстәрләһен ине. Ошондай жилеттар 300 һумдан артыҡ тора. Уларҙы кейгән кеше машина фараһы яҡтыһында 400 метр алыҫлыҡтан уҡ күренә, - тип аңлатты ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы Альберт Борханов.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр. Балаларыбыҙға бер ерҙә лә хәүеф янамаһын, шуға ла ошондай яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар, жилеттар алып биреү хәстәрен дә күрергә тырышайыҡ.
Читайте нас: