Интернет-викторинаның маҡсаты - үҫеп килгән быуында күренекле совет дипломатының тормошона һәм эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, тарихты белеү, Башҡортостан шәхестәренә хөрмәт тәрбиәләү. Был сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Фән һәм мәғариф министрлығы. Интеллектуаль бәйге онлайн форматта үтте. Уҡыусыларға яуаптарҙың варианттары менән 40 һорау бирелде, шуларҙан 60 минут эсендә дөрөҫ яуапты һайлап алырға кәрәк ине. Ҡатнашыусы барлыҡ уҡыусылар ҙа ҡуйылған һорауҙарға дөрөҫ яуап таптылар.Интернет-викторина уҡыусыларға оҡшаны. Улар әҙәбиәт, сәнғәт, тарих фәндәренән үҙҙәренең аң-белемен, фекерләү ҡеүәһен күрһәтте. Уҡыусылары менән тырышып эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ҙур рәхмәт. Интеллектуаль бәйгенән һуң һәр ҡатнашыусы сертификат алып ҡыуанды.Эльвера ҠУНАФИНА,Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.