-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Декабрь 2020, 18:10

Ҡышҡы мәлдәрҙә бергәләп

Аҡлыҡ-сафлыҡҡа төрөнгән аҡ миҙгелгә аяҡ баҫтыҡ. Яңы йылға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Йыл аҙағы редакция өсөн дә яуаплы осор. Барлыҡ эштәргә һөҙөмтә эшләп, “Табын”ға яҙылыу барышын да, шулай уҡ Зауыҡлы биләмәләр йылы уңайынан ҡуйылған бурыстар үтәлешен дә күҙ уңында тоторға кәрәк, алдағыһына пландар ҡуйыла.

20 октябрҙән декабрь башына тиклем редакция почтаһына 74, электрон почтаға 640 хат килгән. Күпселеген рәсми хаттар тәшкил итә. Был арауыҡта ауыл хәбәрселәренән Әлфиә Исҡужина, Фәниә Фәйзуллина, Иҙрис Вәлишин, Хәсән Ҡотов әүҙем яҙышҡан. Бурлы ауылында йәшәүсе Әлфиә Сәлимйәнованың әүҙем яҙыша башлауы ла һөйөндөрә. Киләсәктә лә уҡымлы, эстәлекле мәҡәләләрен ебәреп торор тип өмөтләнәбеҙ. Урта Үтәш ауылынан Гөлназ Нафиҡова-Ғәбитованың фәһемле хикәйәләре гәзиттең сайтында урын ала бара. Райондаштары араһында яратып уҡыусы үҙ дуҫтарын тапҡан авторҙың хикәйәләрен гәзит битендә лә баҫтыра барырбыҙ тип уйлашабыҙ. Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвера Ҡунафинаның уҡыусылары еңеүен, уңыштарын беҙҙең менән уртаҡлашып тороуын да хупларға ғына ҡала. Башҡа мәктәп уҡытыусылары ла ошондай йүнәлешле эш алып барырға ваҡыт бүлергә тырышһындар тип теләп ҡалабыҙ.Ауыл хәбәрсебеҙ Рәйлә Хафизова “Бәйләнештә” селтәрендә “башта темалар күп, ҡул ғына бушамай” тип яҙғанса, бихисап эштәрҙән, хәстәрлектәрҙән яҙышырға ваҡыты ҡалмаған гәзиттең төп таяныстары – ауыл хәбәрселәре ҡышҡы осорҙа әүҙем яҙышып, барлыҡ яңылыҡтарҙы еткереп торорҙар тип өмөтләнәбеҙ. Тирә-йүндәге ваҡиғаларға битараф булмай, ауылдаштарығыҙҙың шатлығы ла, проблемалары ла, кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә урап үтмәһен ине. Н.Фәрхшатов исемендәге премияның сираттағы лауреатын билдәләргә лә күп ҡалманы. Шуға ла үҙ фекерегеҙҙе белдереп ҡалырға ашығығыҙ. Сихри ҡышҡы миҙгелдә лә ижади бәйләнештә ҡалайыҡ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Яҙған хаттарығыҙҙы гәзиттең электрон адресына ла ебәрергә мөмкин, йә булмаһа телефондан шылтыратығыҙ. Күңел нурҙарығыҙҙы ҡағыҙ битенә төшөрөп яҙған эстәлекле хат-хәбәрҙәр көтөп ҡалабыҙ һеҙҙән, ҡәҙерле гәзит алдырыусылар.МӨХӘРРИРИӘТ.
Читайте нас: