+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Декабрь 2020, 14:40

Бергә берҙәм эшләйбеҙ

Донъя буйлап тажлывирус йөрөй башлағас, ул әллә ҡайҙа йыраҡта, беҙҙең яҡтарға килмәҫ кеүек тойола ине. Ләкин үҙебеҙҙә лә сирләүселәр күбәйгәс, уның барлығына нығыраҡ ышандыҡ буғай. Был мәкерле сир тормошобоҙҙоң күп өлкәләренә үҙгәрештәр индерә әле. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булараҡ, “Клубта онлайн эшләп буламы?” – тигән икеләнеү тыуҙы. Бына 7 айлап ошо хәлдә эшләгәс, быға тулыһынса инандыҡ.

2020 йыл ҡурҡыныс сире менән генә түгел, тарихи ваҡиғаларға бай булыуы менән дә иҫтәлекле. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, Мәжит Ғафуриҙың - 140, районыбыҙҙың 90 йыллыҡтары.Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бына ошо ваҡиғалар йүнәлешендә бар көстәрен һалып эшләне. Йыл башынан төрлө саралар үтеп торҙо. Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә үткәс, саралар бик ҡыҙыҡлы, ижади, мәғлүмәтле булды.Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы киң күләмле үткәрелер тип көткәндә, пандемия үҙенең төҙәтмәләрен керетте. Ләкин онлайн эшләү ҙә күп нәмәләр тупларға, йыйырға мөмкинселек бирҙе. Беҙҙең Игенйылға мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, китапхана менән берлектә, был өлкәлә ҙур хеҙмәт һалды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, һәләк булғандар, иҫән ҡайтып үлгәндәр барланды. Күптәрҙең фотолары эҙләп табылды. Күп яугирҙарҙың туғандары ярҙамға килде, ситтә йәшәүсе ауылдаштар бик күп материалдар ебәрҙе. Шул уҡ ваҡытта тыл ветерандары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Һөҙөмтәлә ике видео эшләнде. Был өлкәлә бигерәк тә И.Йәнбәкова күп көс һалды. Китапханасыбыҙ Р.К.Нәзирова обелискыны реконструкциялау проектын төҙөп конкурста ҡатнаша.Еңеү көнөнә арнап төрлө акцияларҙа ҡатнаштыҡ. Үҙебеҙ “Тәҙрәләрҙә Еңеү ҡәнәферҙәре” акцияһы ойошторҙоҡ, онлайн-концерт әҙерләнек. Ҡайғы һәм хәтер көнөндә обелиск янында Хәтер шәме яндырҙыҡ, сәскәләр һалдыҡ.Ғөмүмән, күп төрлө саралар ойошторолдо, акциялар үтте. Балаларҙы һаҡлау көнөнә, татыу, үрнәк ғаиләләрҙе халыҡҡа танытыу йәһәтенән күп онлайн-конкурстарҙа ҡатнашып, дипломдар алдыҡ.Райондың 90 йыллығына әҙерләнеү барышында ауылдың тарихын, күренекле кешеләрен барлау, халыҡҡа еткереү маҡсатында ла күп эштәр башҡарылды, видеоколлаждар төшөрөлдө. Хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ ауылдаштарыбыҙ интернет селтәрендә яҡтыртыла барҙы. Районда ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашып, I һәм II дәрәжә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булдыҡ. Беҙҙең эштә төп таянысыбыҙ – апайҙар. Улар “Әхирәттәр” клубына йөрөйҙәр, төрлө сараларҙың әүҙем ҡатнашыусылары.Йәйге миҙгелдең беҙҙең мәҙәниәт йорто өсөн тағы бер әһәмиәтле ваҡиғаһы булды. Беҙҙең “Әхирәттәр” клубы тураһында “Туған тел” каналының “Балҡыш” тапшырыуы күрһәтте. Бының өсөн беҙ бигерәк тә Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғоловаға рәхмәтлебеҙ.Йыл буйына төрлө түңәрәктәр эшләп килде. Балаларҙы бал бейеүенә өйрәткән М.Ә.Ҡорманғоловҡа рәхмәтебеҙ ҙур. Өлкәндәр менән эшләргә ярамаһа ла, балалар менән төрлө саралар үткәрелеп тора. Китапхана менән берлектә С.Я.Маршакка арналған, “Көҙгө мөғжизә” һәм башҡа саралар бик ҡыҙыҡлы үтте. Һәр төбәктең уңған, һөнәрле, оҫта ҡуллы кешеләре була. Беҙ ҙә уларҙың эштәрен, хеҙмәттәрен халыҡҡа еткерҙек. Ауылдаштар ҙа беҙгә ярҙамлашып торҙо.Онлайн эшләүҙең үҙенә күрә ыңғай яҡтары ла булды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бер-беребеҙҙең эшен күҙәтеп барҙыҡ, сәмләнеп эшләнек, яңылыҡтар өйрәндек. Елена Валентиновна Рябова беҙгә төрлө йүнәлештә эшләргә этәргес биреп торҙо.Районыбыҙҙың күпме талантлы, төрлө эшкә маһир һөнәрмәндәре барлығын күрҙек, тыуған яҡ тәбиғәтенең матур күренештәре менән хозурландыҡ, күп хеҙмәткәрҙәребеҙҙең республика кимәлендә еңеүҙәренә һөйөндөк, тәжрибә тупланыҡ, яңыса эш алымдарына өйрәндек.Районда телевидение эшләй башлау ҙа иҫтәлекле, әһәмиәтле ваҡиға. Беҙгә лә килеп, “Өләсәйем һандығы” буйынса видео төшөрөп киткәс, бик шатландыҡ. Әйтергә кәрәк, мәҙәниәт усаҡтарында музей мөйөштәре булдырыу ҙа халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятты. Үткәнебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ыңғай ҡараш тәрбиәләүҙә уларҙың роле бик мөһим.Беҙҙең мәҙәниәт йорто ауыл хакимиәтенең дә иғтибарын, ярҙамын һәр ваҡыт тойоп йәшәй. Бергә, берҙәм эшләгәндә генә ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешеп була. Яңы эш башлау менән беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәфис Рәшит улы Аҡҡужинға ла рәхмәтлебеҙ. Уҙған йылыбыҙ бушҡа үтмәне, тип әйтке килә. Киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап маҡсаттар ҡуйып эшләргә ҡала.Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.Игенйылға ауылы.
Читайте нас: