+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Декабрь 2020, 19:20

Сикһеҙ ғорурланам

Олатайым Кәшәфетдин Хөснөтдин улы Усманов 1941 йылдың 18 авгусында һуғышҡа алына һәм ғәрәсәтле яу юлдарын үтеп, илебеҙ тыныслығы өсөн йәнен аямай көрәшкән яугир. Уның тураһында архив яҙмаларынан эҙләнеп, шундай ҡыйыу олатайыбыҙ булыуына ғорурлығым тағы ла артты һәм тулыландырып гәзиткә яҙырға булдым.

Ул 1923 йылдың 2 апрелендә Ерек ауылында тыуып-үҫкән. Оло Үтәш мәктәбендә белем алғандан һуң, Ҡырмыҫҡалыла бухгалтерҙар курсында уҡый. 1941 йылда Белорет ФЗО-һына ҡорос иретеүсегә уҡырға бара. Ошо йылда һуғыш һыҙығына баҫып, Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгә. Уларҙы парашюттан һикерергә, ҡул һуғышы алымдарына, төрлө ҡоралдар менән эш итергә өйрәтәләр. Артиллерия орудиеһынан атырға ла өйрәнә, ә хәл иткес минуттарҙың береһендә бының кәрәге лә тейә.Балтик буйында, беҙҙең ғәскәрҙәрҙең һөжүме ваҡытында, ул танкыға ата торған пушканың һәләк булған наводчигы урынына баҫа һәм дошмандың ике танкыһын яндыра. Фашист атакаһы кире ҡағылып, артҡа сигенә. Был батырлығы өсөн ул II дәрәжә “Ватан һуғышы” ордены менән бүләкләнә.Яу юлында уға пулеметсы ла, сапер ҙа, артиллерист та, снайпер ҙа булырға тура килә. Партизандарға ярҙам итеү өсөн туғыҙ тапҡыр дошман тылына парашюттан һикерә. Һуңыраҡ снайперҙар төркөмө командиры сифатында йәш яугирҙарҙы өйрәтә. Тап шул ваҡытта улар алдында тәжрибәле фашист снайперын юҡ итеү бурысы ҡуйыла. Бер ниндәй хәйлә менән дә уның координатаһын асыҡлап булмағас, Кәшәфетдин Хөснөтдин улы тәүәккәлләргә була. Маскировкаһын ҡулланмайынса дошман-ға күренә һәм шунда уҡ яралана. Шулай итеп, снайпер ҡайҙа урынлашҡанын беләләр һәм олатайымдың ярҙамсыһы фашист снайперын юҡ итә. Был батырлығы өсөн уға госпиталдә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшыралар. 8 ай госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң, уны Пермь ҡалаһына йәш һалдаттарҙы өйрәтеү училищеһына уҡырға ебәрәләр. Еңеү яулап, 1945 йылдың 25 декабрендә генә демобилизацияланып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуң тыуған яғында колхоз рәйесе, оҙаҡ йылдар бухгалтер булып эшләй. Әммә һуғыш яралары үҙен һиҙҙерә башлағас, хаҡлы ялға сыға. Был йылдарҙа ла тик ятмай тынғыһыҙ яугир, оҙаҡ йылдар һөт йыйыусы-әҙерләүсе булып эшләй. Тап шул йылдарҙа Ерек ауылы халҡы иң әүҙем һөт һатыусылар иҫәбендә була. Өләсәйем Тәнзилә Ноғоман ҡыҙы менән матур итеп донъя ҡороп, алты бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер инде олатайым да, өләсәйем дә беҙҙең арала юҡ. Олатайымдың вафатына 25 йыл. Уның эшләгән изге эштәрен, ҡаһарманлығын онотоу мөмкин түгел.Лиана ЗӘЙНЕШЕВА.Красноусол ауылы.
Читайте нас: