+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 12:00

Акция үтте

1 декабрь – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө булараҡ билдәләнә. Аяныслы сир йоҡтороусыларға ғына ҡағылмай, туғандары, яҡындары, дуҫтары өсөн дә дөйөм афәт булып тора.

Был датаға Балалар ижады үҙәге лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Акцияның төп маҡсаты – ВИЧ инфекцияһы һәм СПИД проблемаһына иғтибарҙы йәлеп итеү ине. Бөтә Рәсәй “Туҡта ВИЧ-СПИД” акцияһы сиктәрендә Балалар ижады үҙәге (директоры Р.Н.Кинйәбаев) педагогтары ижади төркөмдәрҙә мәғлүмәт-аңлатыу саралары, әңгәмәләр ойошторҙо һәм алып барҙы, “СПИД тураһында нимә беләһегеҙ”, “Тормош ул – матурлыҡ” роликтарын ҡаранылар. Акция барышында ирекмәндәр мәктәп уҡыусыларына тематик йөкмәткеле бук-леттар һәм таҫмалы значоктар тараттылар. Улар хәүеф менән янаған ауырыу тураһында онотмаҫҡа, сирле кешеләрҙең ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж булыуын, үҙ сәләмәтлегеңә һаҡсыл ҡарарға кәрәклекте белгерттеләр.Әлфиә НАСИРОВА,Балалар ижады үҙәге методисы.
Читайте нас: