+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 14:45

Хәүефһеҙлек тәү сиратта үҙебеҙҙән тора

Районыбыҙ биләмәһендә янғындар менән хәлгә килгәндә, 2020 йылдың уҙған осоронда 86 янғын булды (былтыр ошо уҡ арауыҡта 89 ине), шуларҙа 2 кеше (былтыр ҙа 2) һәләк булды, 7-һе тән йәрәхәттәре алды (0). Янғындарҙың төп сәбәбе – мейес һәм төтөн юлдарын ҡороу һәм файҙаланыу ваҡытында ҡағиҙәләрҙе боҙоу (18 осраҡта), электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу (22 осраҡ), ут менән һаҡһыҙ эш итеү (27) һәм ут төртөү (6 осраҡ).

Йылытыу миҙгеле башланыу менән йылытыу приборҙарынан ут сығыу осраҡтары йышайҙы. Мәҫәлән, ноябрҙә генә 5 янғын сыҡты.
4 ноябрҙә Табында, 9 ноябрҙә Красноусолда, 20 ноябрҙә Красная Поляна ауылында мунсалар, 19 ноябрҙә Рус Саскүлендә йорт яныуҙың сәбәбе – мейесте файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре боҙолған; 18 ноябрҙә Яңғыҙҡайында йорт яныуға көнкүреш электр йылытҡысын хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоп ҡулланыу сәбәпсе булған.
Өйөгөҙҙә янғын сыҡмаһын тиһәгеҙ, янғын хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләрен онотмағыҙ һәм үтәгеҙ:
ЙЫЛЫТЫУ ПРИБОРҘАРЫН ҠУЛЛАНҒАНДА изоляцияһы боҙолған электр үткәргестәр файҙаланыу тыйыла.
Электр йылытыу приборҙарын яна торған әйберҙәргә ЯҠЫН ҠУЙМАҒЫҘ.
Өйҙән сығып киткәндә барлыҡ электр йылытыу приборҙарын ҺҮНДЕРЕРГӘ ОНОТМАҒЫҘ.
Мейес тоҡандырыу өсөн бензин, кәрәсин һәм башҡа тиҙ ҡабыныусан шыйыҡсалар ҠУЛЛАНМАҒЫҘ.
Мейестең ут яғыу ишегенән йыһаздарға, түшәк-ятаҡҡа һәм башҡа шундай яныусан нәмәләргә тиклемге араны ҠАРАҒЫҘ. Ул 1,25 метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш.
Йылытыу миҙгеле алдынан һәм йылытыу миҙгеле барышында һәр өс ай һайын төтөн юлдарын ҡоромдан таҙартып торорға ОНОТМАҒЫҘ.
Мейестәр ярылған-сатнаған икән, ишектәре төҙөк булмаһа, мөрйәһе стеналарҙың ағас конструкцияларынан, түшәм таҡталарынан тейешенсә бүленмәһә, уларҙан ФАЙҘАЛАНМАҒЫҘ.
ОНОТМАҒЫҘ: төтөн сығарыу өсөн тик вертикаль мөрйәләр файҙаланыла. Кирбестән яһалған төтөн юлдарының стенаһы кәмендә 120 миллиметр ҡалынлыҡта булырға тейеш.
Мейес алдына иҙәнгә кәмендә 70х50 см ҙурлыҡтағы махсус ҡалай ҡағығыҙ.
Ут яғылған мейесте, ҡабыҙылған кәрәсин плитаһын, керогаз, примустарҙы, тоҡандырылған электр йылытыу һәм газ приборҙарын ҡарауһыҙ ҠАЛДЫРМАҒЫҘ.
Электр селтәрендә артыҡ көсөргәнеш тыуҙырырлыҡ бер нисә ҡеүәтле электр ҡулланыусыны (электр плитаһы, электр камины, сәйнүк һ.б.) электр селтәренә бер юлы ТОТАШТЫРМАҒЫҘ.
Стандарт булмаған ҡулдан яһалған йылытыу приборҙары ЕТДИ ХӘҮЕФ булып тора.
Барлыҡ электр көнкүреш приборҙарының төҙөклөгөн ҠАРАҒЫҘ.
Ҡабыҙылған газ приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырырға ҺИС ЯРАМАЙ. Газ плитаһы өҫтөндә кер киптерергә ярамай.
Фатирҙа газ еҫе сыҡҡанда электр утын ҡабыҙырға, шырпы тоҡандырырға, тәмәке тартырға, асыҡ ут ҡулланырға ЯРАМАЙ. Был осраҡта кисекмәҫтән газ авария хеҙмәтен саҡырырға, ул килеп еткеләгәнсе бинаны ныҡлап елләтергә кәрәк.
Газ үткәргестең кранын асыр алдынан газ приборҙарының крандары ябылған булыуын тикшереп алырға кәрәк. Газ усағын тоҡандырыр алдынан тәүҙә шырпы тоҡандыраһың, шунан һуң ғына газ усағының кранын асаһың.
Туңған торбаларҙы иретеү лампаһы йәки факел менән йылытыуға ЮЛ ҠУЙМАҒЫҘ.
Газ плитаһында, каминда, мейестә ут янып торғанда йәки электр приборҙары ҡабыҙылған саҡта балаларҙы өйҙә үҙҙәрен генә ҡалдырмағыҙ.
ЯНҒЫН СЫҠҺА ЙӘКИ ТӨТӨН КҮРЕНҺӘ, КИСЕКМӘҪТӘН, ТЕҮӘЛ АДРЕСЫҒЫҘҘЫ ӘЙТЕП, ЯНҒЫН ҺАҒЫНА ХӘБӘР ИТЕГЕҘ.
Янғын һағы килеп еткәнсе кешеләрҙе һәм мөлкәтте эвакуациялау сараһын күрегеҙ; ҡул аҫтында булған нәмәләр (һыу, ҡом, ут һүндергес, одеял йәки бүтән тығыҙ туҡыма) ярҙамында утты һүндерә башлағыҙ.
Электр үткәргестәрҙең изоляцияһы янып киткән осраҡта тәүҙә селтәрҙән электр утын өҙөргә, шунан һуң янғын һүндереүгә тотонорға кәрәк.
Кәрәсин, бензин һәм башҡа тиҙ ҡабыныусан шыйыҡсаларҙы һыу менән һүндермәйҙәр: улар һыуҙан еңелерәк һәм өҫкә ҡалҡып сығып, яныуын дауам итәсәк. Бындай шыйыҡсалар янһа, һүндереү өсөн одеял, тығыҙ туҡыма йәки ҡомдо ҡулланырға мөмкин.
ОНОТМАҒЫҘ! Янғынға ҡаршы сараларҙы мотлаҡ үтәү йортоғоҙҙа янғын хәүефен булдырмаҫ.
Янғын осрағында 01, 2-11-01 телефондарына, ә кеҫә телефонынан “101”, “112” һандарына шылтыратығыҙ.
В.ОТМАХОВ,
74-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы.
Читайте нас: