-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 19:25

Тәбиғәтте бысратма, сүпләмә!

Районыбыҙ шундай матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Унда урман-тауҙар, йылға-күлдәр, шишмәләр күп. Красноусолдан 2-3 километр алыҫлыҡта “Потапыч” ҡойоһо бар. Ошо ҡойо һыуының бер ниндәй ҙә юшҡыны юҡ.

Был ҡойоноң өҫкө яғынан һул яҡҡа - Толпарға, ә уң яғынан Ташбүкән ауылына юл китә. Һәр бер юлаусы туҡтап, тәмле шифалы һыуҙы һауыттарына тултырып, артабан юлын дауам итә. Әммә ләкин төрлө әҙәм заттары бар икән шул. Ул шишмә-ҡойоға нимә генә ташлап китмәйҙәр, пластик һауыттар, һыра шешәләренең туҙышып ятыуы аптырауға һала. Минең уйлауымса, бигерәк тә бында кистәрен йәштәр күңел асырға килеп сүп-сар ташлап китәләрҙер. Тирә-яҡ мөхиткә иғтибарҙы арттырһаҡ та, бысратыуҙан арынмайбыҙ. Йәшәгән ерҙәрендә контейнерҙар ҡуйылған бит, сүптәрен дә үҙҙәре менән алһындар ине.
Һүҙемде йомғаҡлап, тәбиғәт биргән байлығыбыҙҙы һаҡлайыҡ, уны бысратмайыҡ, тип әйткем килә.
Мөхтәр АЛЛАЯРОВ.
Ташбүкән ауылы.
Читайте нас: