+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Декабрь 2020, 15:10

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 1 декабрҙән 20-нә тиклем Бөтә Рәсәй Матбуғатҡа яҙылыуҙың ташламалы осоро бара. Әгәр һаман да гәзиткә яҙылмаған булһағыҙ, ошо арауыҡта ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлегенән файҙаланып ҡалығыҙ.

Гәзиттең конкурстары дауам итә. “Аҙна һайын бүләк”тең сираттағы еңеүсеһе Яңғыҙҡайындан Фәйруза Вәлишина редакциянан бүләген килеп алды. “Гәзитте ғүмер буйы алдырабыҙ. Бүләк отоуым - беренсегә. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем, рәхмәт һеҙгә,” – тип шатлығын йәшермәне ул.
Тағы ла бер еңеүсебеҙ - “Әсәйеңде ҡотла – бүләк от!” конкурсында ҡатнашып, тостер отҡан Әлфиә Фәтҡуллина өсөн был бүләк көтөлмәгән хәл булған. Сөнки ҡотлау биргәндә ул конкурс барғанын белмәгән.
“Ҡышҡы уйындар” конкурсына балаларҙың фотоларын көтәбеҙ. Еңеүсе был аҙнала билдәле буласаҡ.
Матбуғатҡа барлыҡ почта бүлексәләрендә, шулай уҡ Интернет аша https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтында йәки редакцияла яҙыла алаһығыҙ.
Район гәзиттәренә иң күп яҙҙырған почтальондар өсөн конкурс барыуын да хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.
Шулай итеп, “Табын”ға ярты йылға яҙылыу 867 һум, пенсионерҙарға 859 һум 2 тин, һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына – 791 һум 34 тин, Красноусолда йәшәүселәр өсөн (Новоселок биҫтәһенән тыш) альтернатив яҙылыу 720 һум, электрон подписка 588 һум тора.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
Читайте нас: