+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 13:25

Һай, ул үткәндәр…

Беҙ күргәндәрҙе бер кем дә күрмәһен ине

Һуғышҡа тиклем, һуғыш ваҡытында һәм унан һуң тыуған балалар, бөтә ауырлыҡтарҙы ла үҙ елкәлә-рендә татыны. Иҫкә төшөрһәң, уйҙарың уйылып китер.
Әтейем һуғышҡа киткәндә, миңә ни бары 1 йәш тә 9 ай булған, ә туғаным әнейемдең ҡа-рынында, ул 1941 йылдың октябрь айында донъяға килде. Беҙ олатайымдың мунса ҙурлыҡ бәләкәй генә иҫке өйөндә йәшәнек. Аҙаҡ күрше инәйҙәрҙә өйҙәш йәшәргә тура килде. Күргәндәрҙең бөтәһен дә һөйләп бөтөрлөк түгел. Хәтеремдә ҡалғандарҙан, беҙгә нәмә генә ашарға тура килмәне: тегәнәк тамыры, алабута үләне ашы, бесәй тарыһы үләнен һуғып алып, онтап икмәк бешерә торғайны әнейем, серек бәрәңге крахмалы, барыһын да яратып ашаныҡ (бик тәмле ине).
Үҙебеҙ атлап йөрөй башлағас, иптәш ҡыҙым менән һыу буйында үҫкән, “ҡуян тубығы” тип йөрөттөк ул үләнде, шуның тамырын ашай торған инек. 7 йәшем тулғас, Ташбүкән ауылы мәктәбенә уҡырға төштөм һәм 7-се класты матур ғына уҡып бөтөп, 1955 йылда Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға индем. Уҡыу минең өсөн бик ауыр булды. Сөнки ауылда русса һөйләшеп аралашырға кеше булманы, хатта радио ла бер уҡытыусы йортонда ғына ине. Уҡырға кергәндә үк, училищеның завучы Рәсимә Ғәли ҡыҙы Яфаева: “Һин һәр ваҡыт ҡысҡырып уҡы, телең рус һүҙҙәрен әйтергә өйрәнһен”, - тине. Мин шулай иттем, өсөнсө курсты тик яҡшы билдәләренә генә тамамланым. 1958 йылда уҡыуҙы бөткәс, Ғафури районына ҡайтарҙылар.
Ул ваҡытта районда “Районный отдел здравоохранения” бар ине, уның мөдире – Наталья Алексеевна Рязанова. Мине үҙемдең тыуған ауылым Ташбүкәнгә ФАП фельдшеры итеп тәғәйенләнеләр. Эш дәүерендә ауырлыҡтар күп булды. Медпункт иҫке, бәләкәй, балалар һаны күп, район үҙәгенә йөрөргә транспорт юҡ, телефон юҡ, урман юлы, бысраҡ. Шулай булһа ла эшемде яратып, йәшлек дәрте менән шатланып эшләнем. Эшемде халыҡ та баһаланы, хөрмәт итте. Өс йыл эшләгәндән һуң ауыл Советына депутат итеп һайланылар, бөтәһе 12 саҡырылыш депутат булдым, район Советы депутаты итеп тә һайландым, райондың Почет таҡтаһында оҙаҡ ҡына тоттолар, ауылдың бик күп йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштым, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып 14 йыл эшләнем (бында балаларҙы ғаиләлә тәрбиәләү темаһы менән бәйле эш алып барҙым, шулай уҡ эскелеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барыу ниәте ҡуйылды). 1998 йылда хаҡлы ялға сыҡтым.
Тормошомдан ҡәнәғәтмен, аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күреп, ошо йәшкә еткәс, Аллаға шөкөр. Хәҙерге көндә ҡартым Зәки Кейекбаев менән ауылда йәшәп ятабыҙ. Ул да мәктәптә 46 йыл уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Икебеҙ ҙә хеҙмәт ветераны. Ике ҡыҙ, бер ул үҫтерҙек, һәр береһе тормошта, беҙҙе шатландырып матур итеп йәшәйҙәр, балалар үҫтерәләр. Ҡайтып хәлде белеп, ярҙам итеп торалар. Ошонан да ҡәҙерлерәк нәмә бар атай-әсәй өсөн.
Мәҙинә КЕЙЕКБАЕВА.
Ташбүкән ауылы.
Читайте нас: