+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Декабрь 2020, 12:00

Хоккей сәмле уйын

6 декабрҙә Красноусолдағы 3-сө мәктәп янында урынлашҡан хоккей ҡумта-майҙансығында тантаналы шарттарҙа районда 2020-2012 йылғы ҡышҡы спорт миҙгелен асыу һәм хоккей командалары араһында район турниры булып үтте. Ярыштың төп маҡсаты – ҡышҡы спорт төрө - хоккейҙы үҫтереү, популярлаштырыу, йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, көслө спортсыларҙы асыҡлау.

Был көндө хоккей яратыусы һәүәҫкәр хоккейсылар команда-команда булып майҙансыҡҡа дәррәү йыйылды. Турнирҙа Красноусол, Юлыҡ, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Юрмаш командалары үҙ-ара сәмләнешеп көс һынашты.
Турнир уҙғарыр алдынан хоккей майҙансығы етди әҙерләнгән: катокты туңдырыуҙа, тәртипкә килтереүҙә, яҡтыртҡыстар урынлаштырыуҙа Красноусолдағы 3-сө урта мәктәп директоры Андрей Рудкевич менән берлектә райондың йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған Ришат Раян улы һәм уның улдары Камил, Ишморат Шаймарҙановтар, Салауат Мәжитов, Илгиз Ардаширов, Андрей Филатов, Геннадий Федоровтар тырышлыҡ, күп көс һалған.
Бына, ниһайәт, хоккей турниры көнөнә боҙ майҙансығы матур, тип-тигеҙ, көҙгөләй булып туңып, һәүәҫкәр хоккейсыларҙы үҙендә ҡаршы алды. Сәкән һуғыусы командаларҙың йәнатарҙары ла күптән майҙан янындағы эскәмйәләрҙә урын алған.
Командалар хоккей майҙансығында теҙелеп баҫты. Боҙ майҙансығы хужалары - Красноусол командаһы капитаны - һәүәҫкәр хоккейсыһы Салауат Мәжитов ҡышҡы спорт миҙгелен һәм хоккей турнирын асып, барыһын да сәләмләне. Командалар бер-береһен хоккей сәкәндәрен боҙға һуғып сәләмләште. Тантаналы сарала 3-сө мәктәп директоры Андрей Рудкевич, район спорт комитеты рәйесе Шамил Хәкимов барыһын да ҡышҡы спорт һәм хоккей миҙгеленең асылыуы менән тәбрикләне, катокты әҙерләүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Һәүәҫкәр сәкән һуғыусылар араһында күптән түгел тыуған көндәрен билдәләүселәрҙе лә онотмағандар – иң өлкән хоккейсы – 62 йәшен тултырған Ғәли Мөхитов һәм Андрей Филатовты бүләкләп үттеләр.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғырай. Ҡышҡы спорт миҙгеле һәм боҙ майҙансығы асыҡ тип иғлан ителә. Командалар араһындағы сәмле бәйге оҫталыҡ дәрестәренән башланды. Командаларҙа иң өлкән уйынсылар Ғәли Мөхитов, Фәрит Хурамшин, Андрей Филатов, иң йәше – 11 йәшлек Рөстәм Мәжитов ҡапҡаға шайба һуғып индереп ҡараны. Афғансы-ветерандар Салауат Батыршин менән Андрей Курбатов шайбаны символик ырғытты.
Сәмле хоккей уйыны Красноусол менән Юлыҡ командаларының иптәштәрсә осрашыуынан башланып китте. Командаларҙың икеһе лә көслө булыуҙары менән айырылып тора. Икеһе лә хоккей формаларында. Красноусол командаһы ағзаларының формаларында хатта уйынсының фамилияһы (мәҫәлән, Филатов, Хурамшин, Шаймарҙанов, Мәжитов һәм башҡалар) яҙылған, “Салауат Юлаев” хоккей клубы хоккейсылары тип торорһоң! Командала күпселеге тиерлек ысын хоккейсыларға хас олпат кәүҙәлеләр. Ә бына Юлыҡ егеттәренең кәүҙәләре уларҙыҡынан ҡайтыш булһа ла, сәмлелектәре, таһыллыҡтары, ныҡышлыҡтары, берҙәмлектәре менән айырылып торҙолар һәм шуға ла мәрәй һөҙөмтәләре бу-
йынса турнир еңеүсеһе лә тап улар булды. “Юлыҡ” территориаль-йәмәғәт үҙидаралыҡ (ТОС) көсө менән (грант отоп, хоккей формалары, тимераяҡтар (конькиҙар), ҡорамалдар һатып алына) ауыл-
да хоккейҙың үҫешә, популярлаша барыуын билдәләп үтергә кәрәк. Шуға ла турнирҙа юлыҡтар шәп уйнаны. Сәйетбаба хоккейсылары – 2-се, ҡауарҙылар – 3-сө, юрмаштар – 4-се урында, ә боҙ хужалары – красноусолдарға 5-се урын менән сикләнергә тура килде. Турнирҙа иң яҡшы уйынсылар булып Юлыҡтан Илмир Собханғолов менән Сәйетбабанан Ильяс Юлбарисов танылды, Сәйетбабанан Инсаф Фәхретдинов “Иң шәп ҡапҡасы” тип табылды. “Иң йәш уйынсы” номинацияһында – Рөстәм Мәжитов, Ғәли Мөхитов “Хоккей ветераны” тигән номинацияла билдәләнде. Ярыш еңеүселәре һәм призлы урын яулаусылар миҙалдар, Маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды.
Район спорт комитеты һәм ойоштороусылар спортсыларға еңелсә ризыҡ менән ҡайнар сәй ҙә ойошторған. Сәмле ярыштан һуң, тәмле сәй эсеп, ярышты ойоштороп уҙғарыусыларға рәхмәтле булып, күтәренке кәйефтә таралышты һәүәҫкәр хоккейсылар. Район мәҙәниәт һарайы сараны музыкаль яҡтан биҙәне.

Читайте нас: