-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 11:00

Телгә һөйөү тәрбиәләүсе

Тыуған илде туған телдән башҡа күҙ алдына килтереп булмағандай, тыуған ергә һөйөүҙе лә әсә теленә булған һөйөүҙән айы-рып ҡарап булмай. Ә туған телгә һөйөү тәрбиәләү башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан башҡа мөмкин дә түгел кеүек.

Әлбиттә, башҡорт теле уҡытыусылары был тәңгәлдә бик ҙур эш башҡара. Әсә теленә һөйөү аша балаларҙа үҙ теленә, милләтенә, халҡына һөйөү, халҡыбыҙҙың сикһеҙ бай ижадына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә, данлы тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй улар.
Ғ.Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ишбулдина (һүрәттә) уҡыусыларын әсә теленә һөйөү аша тыуған республикаһының, районының ысын илһөйәре итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Туған телен белмәгән баланы Ватанының тарихи үткәне лә, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә ҡыҙыҡһындырмаҫҡа мөмкин. Шуға ла мөғәллимә уҡыусыларында, тәү сиратта, телгә ҡыҙыҡһыныу уятыуға көс һала. Уҡыусылары башҡорт теле буйынса район, республика кимәлендәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, төрлө сараларҙа, конференцияларҙа уңышлы сығыш яһай.
Гүзәл Жунир ҡыҙы мәктәптә 5-се класты етәкләй. Класта 7 ҡыҙ, 2 малай. Алһыу Вәлиева – уҡыу алдынғыһы, Динара Шәмсетдинова, Айгүзәл Ниғмәтуллина, Илзирә Зәйнетдинова – ударниктар. 28 йыл дөйөм хеҙмәт стажының 25 йылын башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем биреүгә бағышлаған уҡытыусы “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһенә лайыҡ булған.
Читайте нас: