- Гәзиткә мөм-кинлек булғанда яҙылабыҙ. Әле яҙылырға аҡса арттыра алмай тора инек. Был Яңы йылға беҙгә көтөлмәгән бүләк булды. Балалар ҙа өйгә гәзит киләсәген ишеткәс, ана, нисек шатланалар, - ти 5 бала әсәһе, "Әсәлек даны" миҙалы булған Гөлсинә Вәлиева бүләк алыуына һөйөнөп.
Йорт хужаһы Ғәйнулла ла рәхмәттәр әйтеп, гәзиткә яҙҙырыусы Азат Фәйзулла улына эшендә уңыштар, һаулыҡ теләп оҙатып ҡалды.
Нурсилә һәм Зариф Вәлиевтар ғаиләһенә лә көтөлмәгән ҡунаҡ булып барып керҙек. Йәш ғаилә күпләп умарта, мал тотоп йәшәп ята. Оло ҡыҙҙары Зарина 6-сы класҡа, Рәдиф 4-кә, бәләкәй Руслан балалар баҡсаһына Сәйетбаба урта мәктәбенә автобус менән йөрөйҙәр. Был ғаиләгә лә бүләк ителгән подписка ярты йыл өйҙәренә йәм өҫтәп килеп торасаҡ. Киләсәктә лә даими алдыра барырҙар тип ышанабыҙ.
Эйе, тап балалар үҫкәндә өйгә гәзит килеүе тәрбиәүи әһәмиәттән дә, тирә-йүнде танып белеү өсөн дә терәк, ярҙамсы булып тора. Күп уҡыусылар үҙҙәренең беренсе ижад емештәрен “Табын”да күреп ҡыуаныс кисерә бит. Өҫтәүенә йәш ғаиләләргә ниндәйҙер ярҙам булһа, иң мөһиме – үҙ телебеҙҙә сыҡҡан гәзитте балалар уҡып, үҙҙәренә рухи аҙыҡ аласаҡ.
Тынғыһыҙ эш менән янып йәшәүсе, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы Азат Фәйзулла улының был өлгөһөн башҡаларға күтәреп алырға ғына ҡала.
Киләһе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылырға мөмкинлектәре булмағандарға ошондай рухи аҙыҡ һәм күңел йыуанысы алырҙай бүләк эшләһәгеҙ, кемделер һөйөндөрөрһөгөҙ.