Конкурста ҡатнашыу өсөн яҡтылыҡ элементтары ҡулланып, боҙ йәки ҡар һындарҙы байрамса биҙәргә кәрәк.
Конкурс комиссияһы боҙ ҡаласыҡтарын ҡарап сығып, уның художестволы, шулай уҡ үҙенсәлекле биҙәлешенә; инновациялы ҡарауға; яҡтылыҡ менән биҙәүгә; балалар һәм ғаиләләр эшләгән уйынсыҡтар ҡулланылыуға; эргә-тирә биләмәне лә биҙәүгә (скульптур композициялар һәм ҡар һындары, әкиәт персонаждары, таусыҡтар, катоктар булыуы); таҙалыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин ителеүгә; тау ҡаласығы тураһында киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртылыуына ҡарап баһалаясаҡ.