Йома көнө районыбыҙҙың һәр ауыл биләмәһендә тип әйтерлек ҡупшы шыршы майҙансыҡтарын асыу булды. Улар “Бәйләнештә” селтәрендә үҙҙәренең был сара тураһындағы тәьҫораттары менән дә бүлешкән. Красноусолда ла тантаналы шарттарҙа М.Ғафури майҙанында шыршы асыу тантанаһы үтте. Төрлө әкиәт геройҙары был майҙанды биҙәп, йәмләп торҙо. Айырыуса, балалар уларға ҡарап ҙур кинәнес кисерҙе. Флажоктарға төрлө телдә яҙылған ҡотлау һүҙҙәре лә кешеләрҙең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Быйылғы шыршының республикабыҙҙа Башҡорт теле йылы уңайынан башҡорт орнаментлы гирлянда менән биҙәлеүе үҙенсәлекле матур күренеш булды.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ошо сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап үтте.
- Бына Яңы йыл байрамы ла яҡынлаша, бөгөн тантаналы шарттарҙа шыршыбыҙҙы ҡабыҙабыҙ. Әле бында күп эштәр башҡарыласаҡ, тағы ла матурлаясаҡбыҙ. Барыбыҙ ҙа йыл буйына күп тырышлыҡ һалдыҡ, бөтәбеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете теләп ҡалам. Ысын күңелдән шыршы асыу байрамы менән барығыҙҙы ла ҡотлайым, - тине Фәнзил Фәйез улы был сараны асып.
Матур шыршы өсөн балалар ҙа район хакимиәте башлығына күмәкләп рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.
“Һаумыһығыҙ, Красноусол халҡы! Өр-яңы йыл килә һеҙгә, ҡотло булһын, бары тик яҡшылыҡтар алып килһен”, - тип Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килеп етте шыршы янына. Артабан майҙанда район мәҙәниәт һарайы, Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән күңелле тамаша, уйын-көлкө булды. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа Яңы йыл байрамына тиклем хушлашып, ашығып ары юлланды.