+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Декабрь 2020, 12:50

Зыярат тәртипкә килтерелде

Тереләрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тиҙәр. Ысынлап та, хаҡ әйтелгән һүҙҙәр. Был фани донъяла изгелек ҡылып, сауаплы эштәр башҡарып, мәңгелек йортҡа күскәндәрҙе иҫкә алып, зыярат ҡылыу беҙҙең бурыс булып тора. Тик технология заманы үҙенекен ҡыуалыр инде, тегеләй йүгерәбеҙ, былай сабабыҙ, зыярат ҡылырға ваҡыт тапмайбыҙ.

Ҡайһы ғына ауылды алһаң да, һәр ауыл эргәһендә баҡыйлыҡҡа күскәндәр өсөн зыярат урынлашҡан. Ҡолҡан ауылының, тарихи мәғлүмәттәр буйынса, XVIII быуат урталарында нигеҙләнгәнен самалап була. Шуға ла ауылға кергән ерҙә урынлашҡан зыярат беренсеһе булмаһа ла, уға ла бик күп йылдар ваҡыт үткән. Әруахтарҙың ҡәберлегендә ғәрәпсә яҙылған яҙыуҙар ҙа бар. Ауылдың икенсе исеме – Әлтәшле.
Үткән аҙнала Ҡолҡан ауылында зыяратты ауған, ҡороған, ҡурпылап үҫкән ағастарҙан таҙартыу өсөн өмә үҙғарыласағын ишеткәс, беҙ ҙә шул тарафтарға юлландыҡ. Был эште эшҡыуар, Красноусол “Минераль һыу табыу һәм ҡойоу заводы” ЯСЙ-е директоры, "Тибет медицинаһы үҙәге" етәксеһе Азат Фәйзулла улы Фәйзуллин үҙ өҫтөнә алып, заводтан бер смена эшсе егеттәрҙе саҡырып ойошторған.
- Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалып булмай, әлбиттә. Минең атайым ошо ауылдан. Үҙем дә ошо ауылда тыуғанмын, һуңынан Сәйетбабаға күскәнбеҙ. Атайым Фәйзулла Ямалетдин улы менән әсәйем Рәзәнә Фәррәх ҡыҙы ошо зыяратта мәңгелек урын алғандар. Күптән түгел әсәйемдең баҡыйлыҡҡа күсеүенә 6 ай тигәндә ҡәберлеге янына килгәндә, зыяратты ағас баҫып, күп рәшәткәләр өҫтөнә ҡороған ағас ауғанлығын күрҙем дә, тәртипкә килтерергә кәрәк тип уйлап ҡуйғайным, - ти Азат Фәйзулла улы.
Ҡолҡан зыяратын ҡайындар ныҡлы баҫып, шырлыҡҡа әйләнгән тиһәң дә була. Әле был эште башҡарыу өсөн уңайлы мәл: ер туң, көрт кисергә түгел, ағастарҙы зыя-рат эсенән бысып тышҡа сығарыу, яндырыу өсөн дә яйлы. Ошондай өмә планлаштырылғанын ишеткәс, ауылдың ҡайһы бер ир-аттары ла был изге эштән битараф ҡалмаған. Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин “Беларусь” ебәргән. Ауыл Советы депутаты Зөһрә Хәйрулла ҡыҙы Хәйруллина эш барышын күҙ уңында тотҡан. Ауылдың имам-хатибы Ғәзиз Фәйзулла улы Хәйруллин үҙе бында ихлас ярҙамлашһа, тормош иптәше Зилә апай тәмле былау бешереп, мәсеттә төшкө аш та әҙерләнгән. Әйткәндәй, ауылдағы “Фәйзулла” мәсетен 2004 йылда Азат Фәйзулла улы төҙөткән. Хәҙер исемен ҡәҙерле кешеләре рухына бағышлап, “Фәйзулла вә Рәзәнә” мәсете тип үҙгәрткән. Әлеге көндә мәсет иман нуры таратып, ауыл уртаһында балҡып ултыра. Мәсеттә йылынып, тамаҡ ялғап алғас, төштән һуң да зыяратта эш ҡыҙыу барҙы.
- Бөгөн икенсе көн таҙартабыҙ. Кем бысҡы, кемдер балта менән ҡырҡа, ҡырҡылғандарын зыяраттан ситкә сығарып яндырабыҙ. Күптән зыяраттың ошо торошон күрһәк тә, ойошоп сыға алмай инек. Азат Фәйзулла улына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ул хәбәр иткәс тә, ауыл кешеләренә әйтеп сыҡтыҡ, - тип эш барышы менән таныштырып үтте ауыл старостаһы Фәтих Ғәзизов.
Күмәкләп тотонғас, зыярат асылып, йәмләнеп ҡалған. Изге эштә ҡатнашыусылар үҙҙәренә ҙур сауап алып, әруахтар рухы ла шатланғандыр.
Азат Фәйзулла улының ауыл өсөн был беренсе ярҙамы түгел. Уның ярҙамы менән күп эштәр башҡарылған. Алда яңынан обелиск төҙөү кәрәклеген дә һүҙ барышында ауыл әүҙемселәренә әйтеп үтте ул. Шулай уҡ коронавирус киҙеүе осоронда Өфө ҡалаһы дауаханаларын иң кәрәкле шифалы һыу менән тәьмин итеп, бағыусылыҡ итеүен дә әйтмәү мөмкин түгел. Тынғыһыҙ эшҡыуарҙың халҡы алдында йөҙө яҡты, эштәре изге. Киләсәктә ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә сауап булып әйләнеп ҡайтып, тағы ла рухланып, илһамланып эшләргә һәм йәшәргә булһын, тип теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: