0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Декабрь 2020, 12:55

Һәр кем файҙаланыр хеҙмәт

ЗАГС (Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү) – ул кеше тормошондағы бөтә ваҡиғаларҙы теркәүсе, барлаусы, дөйөмләштереүсе һәм конституцион хоҡуҡтарҙы яҡлаусы етди ойошма. 18 декабрҙә һәр кем өсөн кәрәкле ойошма хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан ЗАГС органдарында 20 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә бүлек начальнигы Зәлифә Риф ҡыҙы СӘЙФУЛЛИНАға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Бөгөнгө көндә район ЗАГС хеҙмәтендә начальниктан тыш, өс хеҙмәткәр: әйҙәүсе белгес-эксперттар Марина Георгьевна Дәүләтова (2009 йылдан алып эшләй), Эльмира Илшат ҡыҙы Басирова (2018 йылдан эшләй, декрет ялында), Людмила Николаевна Әхмәтова (ике йыл эшләй). ЗАГС хеҙмәте кеше ғүмерендә була торған хәлдәр теҙмәһен – тыуыу, никахлашыу, айырылышыу, атайлыҡты билдәләү, баланы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыу, исемде алыштырыу, үлем - һәммәһе ете төр актты теркәүҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәребеҙ гражданлыҡ хәле акттарындағы яҙмаларҙың тәүге нөсхәһенә төҙәтеүҙәр һәм үҙгәрештәр индерә, суд ҡарарҙары нигеҙендә гражданлыҡ хәле акттарындағы яҙмаларҙы тергеҙә һәм ғәмәлдән сығара, ҡабаттан таныҡлыҡтар, белешмәләр бирә, тантаналы шарттарҙа никахтарҙы теркәйбеҙ, 50, 60, 70, 75 йыл никахта йәшәүсе юбиляр ғаилә парҙарына Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ҡотлауын һәм бүләген, иҫтәлекле даталарҙа яңы тыуған сабыйҙарға тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтар тапшырабыҙ.
2018 йылдың 1 октябренән бөтөн Рәсәй буйынса гражданлыҡ хәле акттарын теркәү буйынса Берҙәм дәүләт реестры (БДР) эшләй башланы.
ЗАГС БДР-ы - Федераль һалым хеҙмәте әҙерләгән махсус программа ул. Был яңылыҡ халыҡ һәм икенсе төбәккә күсеп йәшәүселәр өсөн ЗАГС органдарында белешмәләр йәки документтар күсермәһен алыу процедураһын ярайһы ғына ябайлаштырҙы. Һәр бер ЗАГС органы базаһында бөтөн Рәсәй буйынса мәғлүмәттәр базаһы бар. Был база эшләй башланы. Беҙ әгәр ҙә, мәҫәлән, гражданин башҡа төбәктә тыуһа, йәки никахҡа инһә һәм башҡа документтарҙы үҙебеҙҙә бирә башланыҡ.
Шулай уҡ төрлө учреж-дениеларға һәм ойошмаларға мәғлүмәт тапшырыу буйынса эш тә ябайлашты. Элгәре ЗАГС органдары даими рәүештә ойошма-учреждениеларға (мәҫәлән, ФСС, ФНС, Росреестр һәм башҡалар) мәғлүмәт тапшыра ине. Хәҙер иһә яңы программаға ярашлы, ЗАГС органдары мәғлүмәт биреүҙә ҡатнашмай, сөнки һәр кемгә ЗАГС БДР-ына инеү мөмкинлеге бар.
Акттар кенәгәләрен электрон форматҡа күсереү эшен башҡарҙыҡ. Ул бүлектең хеҙмәткәрҙәре көсө менән үҙ ваҡытына башҡарып сығылды. Был маҡсатҡа шулай уҡ ваҡытлыса операторҙар Гөлсинә Булат ҡыҙы Зәйнуллина менән Диана Фаат ҡыҙы Рәхимованы эшкә ҡабул иткәйнек. Уларға ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙҙең бүлек буйынса акт яҙмалары 229 555 яҙыуҙы тәшкил итә.
Йылға йомғаҡ яһар мәл етте. Һөнәри байрамыбыҙ йылдың һуңғы айына тура килгәнлектән, йыллыҡ эшмәкәрлегебеҙгә йомғаҡ яһарға ла мөмкин. 11 айлыҡ эш һөҙөмтәләренә килгәндә, районыбыҙҙа 148 никах теркәлде, айырылышыу осраҡтары 125 булды, 273 сабый донъяға килһә, үлем осраҡтары уҙған йыл менән сағыштырғанда күберәк булды (489). Уҙып барған йылда 50, 60, 70 йыллыҡ ғаилә юбилейҙарын билдәләгән 26 ғаилә парына Рес-публика Башлығының Ҡотлауы һәм бүләктәре тапшырылды.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан хеҙмәттәштәремде һәм барлыҡ ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарҙы ихлас күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт, оптимизм, рух ныҡлығы, хеҙмәт уңыштары, ғаилә именлеге теләйем.
Читайте нас: