+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Декабрь 2020, 16:50

Һәр биҙәктә - күңел йылыһы

Бурлы ауылында ҡул эштәренә оҫта ҡатын-ҡыҙҙар күп. Фәриҙә Хисмәтуллина – шундайҙарҙың береһе, ауылдаштары уны ҡул эштәре оҫтаһы тип белә. Хәйер, оҫтаның нәзәкәтле эштәрен төрлө күргәҙмәләрҙә күрергә була.

Оҫта ҡулдар менән булдырылған матурлыҡҡа һөйөү бала сағынан уҡ барлыҡҡа килә. Тәү башлап әсәһенән энә тотоп бәйләмгә һәм башҡа ҡул эштәренә өйрәнеп буй еткерә ул. Шуға ла бала саҡтағы мауығыуы уны ғүмере буйы оҙата килә.
- Әнием Ғәмбәр Хисаметдин ҡыҙы менән атайым Фәйзулла Хажимөхәмәт улы икеһе лә оҫталыҡ, ҡул эштәренә маһир булдылар. Ташлы ауыл биләмәһенә ҡарап, хәҙер күптән бөтөүгә дусар булған Саҡмайылға ауылында йәшәнек. Атайым ғүмере буйы ағас оҫтаһы, тимергә лә йән өрә ине. Быйма баҫыу оҫтаһы ла булараҡ, ауылдаштарҙы, күрше-тирә ауыл кешеләрен матур-матур быймалары менән һөйөндөрҙө. Ҡалыптарын да үҙе эшләне. Әнием менән бергә баҫалар ине. Әниемә йөн иләү, балаҫ һуғыу станогы эшләп биргәс, ул балаҫтарҙы кинәндереп, бар күңелен һалып һуға ине. Аҫалы балаҫтары күҙҙең яуын алырлыҡ була торғайны, - ти бала сағын иҫенә төшөрөп, Фәриҙә апай. – Бына, әниемдең боронғо йөн иләү станогын уның төҫө - ҡомартҡыһы итеп һаҡлайым һәм әлегәсә йөндө унда иләйем, - ти ул.
Ҡыҙ һәр эштә ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы, таянысы була. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ауыр тип һаналғанына ла баҙнат итеп, таҫыллыҡ менән тотона. Ауылда йәшәгәс, мал да аҫрамай булмай. Ул замандарҙа барлыҡ эш - малдар өсөн бесән сабып, йыйып, күбәләү, кәбән ҡойоу – ҡул көсө менән башҡарыла, хәҙер генә барыһына ла техника ярҙамға килә. Бер эштән дә ҡурҡып тормаған сая ҡыҙ хатта кәбән ҡойоу оҫтаһына әйләнеп китә (тормош ҡороп, донъя көткәндә лә был оҫталыҡ ярап ҡала), атта һыбай йөрөп, атаһына мал да көтөшә.
Ояһында ни күрһә, осҡанында – шул булыр, тип бушҡа әйтмәгән боронғолар. Үҙен белә-белгәндән бирле энә тотҡан, йөн иләгән Фәриҙә Фәйзулла ҡыҙының бәйләм энәләре һәм ырғаҡ менән бәйләгән әйберҙәре һәр кемде хайран итә. Төҫлө ептәр менән төрлө биҙәктәр һалып, махсус ҡоролма менән эшләнгән, шулай уҡ ырғаҡ менән бәйләнгән ултырғыс япмалары, биҙәкле тәпешкәләр, ҡайылған әйберҙәр – һәр береһенә күңел йылыһы, күҙ нуры һалынған, барыһы ла ябай ҡулдар барлыҡҡа килтергән мөғжизәләр. Биҙәктәрҙе үҙе уйлап табып та, интернеттағынан файҙаланып та һала.
Ысынлап та, Фәриҙә апайҙың ҡул эштәрен берәм-берәм тотоп ҡарап, һәр береһенә күпме күңел зауығы ҡушылғанын, ябай ғына ҡатын-ҡыҙҙың маһирлығын, оҫта ҡулдары ғәжәйеп матурлыҡ тыуҙырыуын күреп, хайран ҡалаһың.
Оҫтаның ҡул эштәре һәр төрлө күргәҙмәләрҙе биҙәй. Бурлы ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған оҫта ҡулдар түңәрәгенә лә йөрөгән. Пандемия сәбәпле, әлегә кисектерелгән. “Әхирәттәр” вокаль ансамбленең әүҙем ағзаһы ла.
Тормош иптәше Ринат Хөрмәт улы менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырғандар. Ҡыҙҙары Әлфиә менән Зөлфиә ғаиләләре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Резедалары Өфөлә йәшәй, яратҡан һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр. Өс ейәнсәрҙәре Ләйсән, Эльвина, Эльнара нәнәй-ҡартатайҙарының шатлыҡтары.
Бар ғүмерен сауҙа өлкәһенә бағышлап, Һаҡлыҡ банкында тиҫтә йыл эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған Фәриҙә Фәйзулла ҡыҙы үҙенең йәшәү рәүешенә әйләндергән яратҡан оҫталыҡ эшенән һаман да айырылмай. Йөн иләй, бәйләмен ҡулынан төшөрмәй.
Читайте нас: