+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Декабрь 2020, 16:30

Телгә һөйөү берләштерҙе Күп профилле колледжда Башҡорт теле аҙналығы үтте

Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы студенттары ла Башҡорт теле көнө айҡанлы уҙғарылған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашты.

Башҡорт телендә класс сәғәттәре үтте, төрлө темаларға иншалар яҙҙыҡ. Телебеҙҙе данлап, шиғырҙар уҡыныҡ, йырҙар йырланыҡ, башҡорт бейеүҙәрен бейенек, телгә бағышлап плакаттар эшләнек, һүрәттәр төшөрҙөк. Дистанциялы үткән башҡорт теленән олимпиадала һәр төркөмдән берәр студент ҡатнашып, үҙ көстәрен һынап ҡараны.
Шуны ла әйтергә кәрәк, колледжда бик талантлы балалар белем ала. Мәҫәлән, Диана Рауилова, Денис һәм Сергей Петровтар, Ғәлиә Латипова, Гөлсинә Закирова, Әлиә Шәрипова, Владислав Зуев оҫта һүрәт төшөрөүҙәре менән таң ҡалдырҙы. Рузалина һәм Айгүзәл Табынғоловалар оҫта итеп бейене генә түгел, Рузалина тасуири итеп шиғыр ҙа уҡыны. Студенттар араһында шиғриәт һөйөүселәр ҙә бар. Гөлсинә Закирова үҙе ижад иткән шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Бар сараларҙың уртаһында ҡайнап йөрөгән йәштәрҙе телгә һөйөү берләштерҙе.
Беҙҙең һәр сарабыҙҙы хуплап, дәрт өҫтәп тороусы директорыбыҙ Миҙхәт Әхмәт улы Иҙрисовҡа, терәк-таянысыбыҙ булған уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар Лариса Ильинична Семенова һәм уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫар Венер Әкрәм улы Батыршинға рәхмәт еткерәбеҙ.
Яҙмамды Мифтахетдин Аҡмулланың һүҙҙәре менән тамамлағы килә:
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Урмандағы аңра айыуҙан ҡурҡҡан кеүек,
Наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк, ҡурҡыу кәрәк!
Рәүиә СӘЙФУЛЛИНА,
колледждың башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыһы.
Читайте нас: