-Беҙҙең 26 хеҙмәткәрҙе берләштергән РФ Пенсия фонды дәүләт учреждениеһының Ғафури районындағы идаралығы райондағы барлыҡ пенсионерҙарҙы хеҙмәтләндерә. 1 декабргә ҡарата районда 10110 пенсионер иҫәпләнә.
2020 йылдың ғинуарынан эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы 6,6 процентҡа индексацияланып, ул районыбыҙҙың 9075 пенсионерына ҡағылды. 1 февралдән Федераль законға ярашлы, льготаларға һәм социаль ярҙам сараларына хоҡуғы булған 2779 пенсионерға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр һәм социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы 3 процентҡа артты. Апрелдән районыбыҙҙың эшләүсе һәм эшләмәүсе 1210 пенсионерының пенсияһы, социаль пенсияны ла индереп, 6,1 процентҡа индексацияланды. Августа 2019 йылда эшләгән пенсионерҙарға, эшкә урынлашҡан ваҡытта барлыҡҡа килгән яңы пенсия коэффициенттарын иҫәпкә алып, түләүҙәр ҡабаттан иҫәпләнде. Ҡайтанан иҫәпләүҙәр һөҙөмтәһендә районыбыҙҙың 1488 пенсионерының страховка пенсияһы артты.
2020 йылдың 28 июленән инвалидтарға һәм инвалид балаларға айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе (ЕДВ) ғаризаһыҙ билдәләү тәртибе ғәмәлгә индерелде. Айлыҡ аҡсалата түләүҙәр гражданиндың инвалид булы-уын раҫлаусы “Инвалидтарҙың федераль реестры” Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһынан алынған акт выпискаһы нигеҙендә билдәләнә.
2020 йылдың 1 ғинуарынан алып тәүге балаһы тыуған ғаиләләр ҙә Әсәлек (ғаилә) капиталын алыу хоҡуғына эйә. 2020 йылдан икенсе бала донъяға килгән ғаиләләргә Әсәлек (ғаилә) капиталы 150 мең һумға артты. 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң өсөнсө йәки артабанғы бала тыуғанда Әсәлек капиталы 616 617 һум күләменә еткерелде.
Яңылыҡҡа килгәндә, 2020 йылдың 15 апреленән Әсәлек (ғаилә) капиталы сертификаты автоматик рәүештә рәсмиләштерелә. Ғаиләнең Әсәлек капиталын алыуға мәғлүмәт сертификат хужаһының Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы Шәхси кабинетына йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталына ебәрелә. Әсәлек капиталы сертификатын электрон формала алған ғаилә уны ғаризаһыҙ тәртиптә файҙалана ала.
Быйыл район Пенсия фонды идаралығында Әсәлек капиталын файҙаланыуға 163 ғариза ҡабул ителһә, Әсәлек капиталы дәүләт сертификаты 251 ғаиләгә тапшырылды.
Киләһе 2021 йылға төп бурыстарға килгәндә, 1 ғинуарҙан эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары 6,3 процентҡа артасаҡ. 2021 йылда Әсәлек капиталы күләме 483 881, 83 һум тәшкил итәсәк.
2020 йылдың 1 авгусынан граждандарҙы ҡабул итеү дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома көндәрендә иртәнге 9.00-дән 18.00 сәғәткәсә ойошторола. Шуныһы мөһим: ҡабул итеү алдан яҙылыу буйынса алып барыла. Клиент ҡабул итеүгә ПФР сайтындағы “Ҡабул итеүгә яҙылыу” (Запись на прием) Шәхси кабинет аша йәки 8 (34740) 2-72-55 телефон номеры буйынса шылтыратып яҙыла ала. Шулай уҡ Пенсия фондының күп кенә хеҙмәттәрен дистанцияла: ПФР сайтында Шәхси кабинет йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин, айырыу-са талап ителгәндәре буйынса Күп функциялы үҙәккә (МФЦ) мөрәжәғәт итергә кәрәк. ПФР белгестәренән консультацияны ПФР сайтындағы “Контакты регио-на” бүлегендә урынлаштырылған “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондары аша алырға мөмкин.
Беҙҙең идаралыҡта үҙ эшенә яуаплы ҡараған, оҙаҡ йылдар Пенсия фондында эшләп, клиенттар һәм коллегалары араһында ихтирам яулаған хеҙмәткәрҙәребеҙ – ике тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә булғандарҙан Рида Фәнис ҡыҙы Фәйзуллина, Лариса Александровна Бойнукалын, Татьяна Сергеевна Новикова, Ирина Николаевна Федорова, Владимир Николаевич Дашковты билдәләп үтергә кәрәк.
Барлыҡ хеҙмәттәштәремде һәм хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ һәм Пенсия фонды идаралығының барлыҡҡа килеүенең 30 йыллығы уңайынан ҡотлайым. Еңел булмаған һәм яуап-
лы эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйем.