-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Декабрь 2020, 17:35

ГТО-ны уңышлы тапшырҙылар

Сентябрь айынан декабргә тиклем Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тарафынан үҙ эсенә район мәктәптәрен һәм филиалдарын алып, ГТО нормативтары ҡабул ителгәйне. Бик күп балалар һынауҙарҙы уңышлы йырып сыҡты һәм һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте.

Роспотребнадзор сикләүҙәре арҡаһында ГТО нормативтарын ҡабул итеү үҙгәреп – тулыһынса күсмә тәртиптә булды. Мәктәптәр һәм кластарҙа уҡыу буйынса һынауҙарҙы үтәү өсөн календарь һәм график раҫланып, төҙөлгәйне. Мобиль баһалау бригадаһы райондың дөйөм белем биреү учреждениеларында ГТО нормативтарын ҡабул итеү ойошторҙо. Бөтә был саралар Роспотребнадзор талаптарын күҙ уңында тотоп үткәрелде: белем биреү ойошмаларына кергән ерҙә температура үлсәнеп, барыһы ла битлек тә йөрөнө. Нормативтарҙы ҡабул итеү графикка ярашлы ике йәки бер нисә кластың дөйөм бүлмәлә бергә тап килтермәүҙән сығып, һәр класс өсөн айырым үткәрелде.
Бындай масштаблы сараларҙы күп яҡлы район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге ярҙамынан тыш үткәреү мөмкин дә түгел. Мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылар ҙа ГТО нормаларын тапшыртыу һәм күберәк балаларҙы йәлеп итеү өсөн үҙҙәре лә ҡыҙыҡһынып ярҙам иттеләр. Булған ҡыйынлыҡтарға, сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, нормативтарҙы тапшырыусыларҙың һаны артыуына ҡарап, сараны ойоштороу юғары кимәлдә һәм уңышлы үтте.
Лидия ЕЛСУКОВА,
ГТО буйынса тест үткәреү
үҙәге администраторы.
Читайте нас: