+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Декабрь 2020, 15:30

Халыҡ мәнфәғәте – көнүҙәк мәсьәлә

Һуңғы йылдарҙа мөһим мәсьәләрҙе урындағы халыҡ ҡатнашлығында башҡарып сығыу мөмкинлеге бар. Ул – “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы. Программаның төп маҡсаты - республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға өҫтәп ауыл биләмәһе хакимиәтенең, халыҡтың, бағыусыларҙың ярҙамы менән тейешле сумма аҡса йыйып, халыҡ мәнфәғәтендәге проекттарҙы, эштәрҙе тормошҡа ашырыу.

Сәйетбаба ауыл биләмәһе төрлө йылдарҙа был программала ҡатнашып, Йөҙимән ауылы мәктәбенә һыу үткәрелде, ауыл үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин ителде, “МТЗ-82” тракторы, тракторға тағылма арба, роторлы ҡар көрәгесе алыуға өлгәште. Сәйетбаба ауыл биләмәһенә 8 ауыл: Сәйетбаба, Ҡаранйылға, Туғай, Ҡолҡан, Йөҙимән, Имәнлек, Уҫман һәм Яңы Заһит ауылдары ҡарай. Биләмә өсөн бөгөнгө көндә янғын һүндереү машинаһын юллау мөһим. Сөнки һәр урында, һәр ауылда халыҡтың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – ҙур бурыс.
Ҡышҡы һыуыҡтар башланыу менән янғын хәүефе лә көсәйә, янғындар һаны арта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙа кешеләрҙең, шул иҫәптән балаларҙың, һәләк булыу осраҡтары йыш осрай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса ғына ла республикала 13 бала янып үлә, беҙҙең район да был иҫәптә бар. “Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай”, ти халыҡ. Уттан һаҡланырға, газ, электр ҡорамалдарының, мейестәрҙең төҙөклөгөн тикшереп торорға кәрәк. Янғын һаҡсыларының уяу һәм һәр саҡ поста булыуы, машиналарҙың әҙер тороуы янғындарҙың кәмеүенә булышлыҡ итәсәк.
Яңы “ППМИ-2021” программаһына старт бирелде. Сәйетбаба ауыл биләмәһе ауылдары халҡы өсөн “ППМИ-21” программаһына талап – яңы янғын һүндереү машинаһын юллау. Был эштә берҙәм булайыҡ. Берҙәмлектә - көс.
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Сәйетбаба ауылы.
Читайте нас: