+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Декабрь 2020, 12:30

Бер көндә ике тантана

2020 йылдың 23 декаб-ре районыбыҙҙың Ташбүкән ауыл биләмәһендә йәшәүселәр өсөн икеләтә һөйөнөслө һәм иҫтәлекле булды. Тап ошо көндө, Яңы 2021 йыл алдынан, бер түгел, ике социаль әһәмиәтле бина үҙ ишектәрен асты. Түбәнге Ташбүкән ауылында күптән көтөлгән өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Ҡурғашлыла социаль-мәҙәни үҙәк сафҡа инде. ФАП Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, "Сәләмәтлек" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү" федераль проекты сиктәрендә төҙөлгән.

Был төбәк халҡының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Алик Рәмил улы Йәнешев, районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡалар килде.
Түбәнге Ташбүкәндә ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, сәк-сәк, йыр-моңдар һәм яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар.
Ауылдың ҡап уртаһында урынлашҡан ФАП бинаһы ауыл халҡының күптәнге хыялы ине. Хыялдарын тормошҡа ашырыуға улар үҙҙәре үк булышлыҡ итте. Төрлө осрашыуҙар, йыйылыштар ваҡытында ауылға заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты кәрәклеген күтәреп сығалар ине.
- Ысынлап та, бөгөн Ташбүкән ауылы халҡы өсөн шатлыҡлы, әһәмиәтле ваҡиға. Мин Ташбүкәндә йәшәүселәрҙе был һөйөнөслө ваҡиға менән ҡотлайым һәм Республика Башлығы Радий Хәбировҡа һәм БР Хөкүмәтенә төпкөл ауылдар халҡына хәстәрлек күрһәтеп, ярҙамдары - ФАП-лы итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерәм. Әлбиттә, был беҙҙең дөйөм эшебеҙ һөҙөмтәһе. Медицина учреждениеһы халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итһен, кешеләр һаулығы һағында уяу торһон, - тине район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.
Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Данил Фәрүәз улы Насиров ауыл халҡы исеменән ошондай күркәм, йылы, уңайлы бина төҙөткәндәре өсөн республика һәм район етәкселегенә, Үҙәк район дауаханаһы баш табибына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Һәм ФАП-тың Яңы йылға ҙур бүләк булыуын билдәләне.
Райондың баш табибы Алик Йәнешев билдәләүенсә, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан ФАП ҡоролмаһы ғына бүленгән, ә башҡа төҙөлөш, төҙөкләндереү эштәре ауыл халҡының көсө менән башҡарып сығылған. Алик Рәмил улы ярҙам ҡулы һуҙған, айырыуса әүҙемлек күрһәткәндәрҙең исем-шәрифтәрен атап үтте һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бында фельдшер булып эшләргә теләк белдергән кеше табылһа, уға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙасаҡтарын, “Земство фельдшеры” программаһына ҡатнаштырасаҡтарын, торлаҡ менән тәьмин итәсәктәрен белдерҙе.
Ауыл халҡы исеменән мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Роза Кәримова барлыҡ ҡотлауҙарға ҡушылып, был көндө оҙаҡ көтөүҙәрен билдәләне, фельдшер-акушерлыҡ пункты матур итеп эшләп китһен, беребеҙгә лә ауырырға яҙмаһын, бында бары тик табип кәңәштәрен алыр өсөн генә килергә булһын, тигән теләктә ҡалды.
Бына, ниһайәт, иң тулҡынландырғыс һәм тантаналы мәл етте. Ҡыҙыл таҫма киҫелде һәм барыһы ла бина эсенә үтте.
Ҙур һәм иркен, йылы һәм яҡты фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһында (дөйөм майҙаны – 72 кв.м.) барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған: заман талаптарына ярашлы бер нисә кабинетты үҙ эсенә ала, электр менән йылытыла, һыу-канализация бар.
Артабан ҡунаҡтар Ташбүкәндән 12 саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡурғашлылағы элекке мәктәпте үҙгәртеп эшләнгән социаль-мәҙәни үҙәк бинаһын асыу тантанаһында ҡатнашты. 2004 йылда файҙаланыуға тапшырылған ҙур, ҡупшы, ауылға йәм биреп ултырған мәктәп билдәле сәбәптәр арҡаһында ябылып, балалар Красноусол башҡорт гимназия-интернатына йөрөп уҡый башлағас, белем усағы бинаһы етемһерәп ҡалғайны. 5 йыл буш торған бинаны социаль-мәҙәни үҙәк итеп үҙгәртеп ҡорорға ҡарар ителә лә инде. Ниәт иткән - мораҙына еткән, тиҙәр. Ярты йыл самаһы элек башланған эш теүәлләнеп, ниһайәт, был үҙәк үҙ ишектәрен асты.
Социаль-мәҙәни үҙәк тә ҡунаҡтарҙы байрамса матур итеп биҙәлеп ҡаршы алды. Район мәҙәниәт һарайы артистары тантанала ҡатнашыусыларҙы йыр-бейеү менән, сәк-сәк һәм ҡымыҙҙан ауыҙ иттереп ҡаршыланы.
Социаль-мәҙәни үҙәктә Ташбүкән ауыл биләмәһе хакимиәте, мәҙәниәт йорто, почта бүлексәһе, медпункт, китапхана, музей, участка уполномоченныйы бүлмәһе бер ҡыйыҡ аҫтында урын алған. Башланғыс кластар өсөн өс класс кабинеты ла ҡалдырылған. Үҙгәртеп ҡоролғандан һуң, яңы төҫ алған социаль-мәҙәни үҙәк менән танышҡандан һуң, барыһы ла мәҙәниәт йортона үтте.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Данил Насиров барыһын да социаль әһәмиәтле бинаның сафҡа инеүе менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙеләр. Фәнзил Фәйез улы социаль-мәҙәни үҙәкте ҡотлап, бильярд һәм теннис өҫтәле, ноутбук бүләк итеүҙәрен билдәләне. Уны асыуҙа ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәте башлығына, барлыҡ эштәрҙә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә, урындағы халыҡ менән бер рәттән, райондың бюджет учреждениеларына, предприятие-ойошмаларға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Бинаны үҙгәртеп ҡороу, буяу-биҙәү эштәрен подрядсы - Красноусолдағы “ШЭ З.И. Хәлимова” төҙөлөш ойошмаһы башҡарып сыҡҡан. Тантана барышында был шәхси предприятие төҙөүселәре хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Етәксеһе Зөһрә Хәлимова район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Етәксе иһә үҙ сиратында айырыу-са яҡшы эшләүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Матур итеп ҡоролған клуб сәхнәһендә (спортзал үҙгәртеп ҡоролған) район мәҙәниәт һарайы артистары концерт номерҙары менән сығыш яһаны, ул сарала ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде. Был социаль-мәҙәни үҙәк ауылға йәм биреп, өлгө булып торһон, үҙенә күберәк халыҡты йәлеп итһен, тигән теләктә ҡалды барыһы ла.

Читайте нас: