Бөтә яңылыҡтар
25 Декабрь 2020, 20:00

Рәхмәтебеҙ сикһеҙ һиңә, инәйебеҙ!

Донъяла әсәйҙән дә ҡәҙерле, ғәзиз нәмә юҡтыр ул. Әсә һөйөүе беҙҙең тормошобоҙҙо изгелеккә һәм шатлыҡҡа сорнай, яңынан-яңы эштәргә һәм башланғыстарға илтә. Үҙебеҙ күптән әсәй-атай булһаҡ та, тыуып үҫкән йортобоҙға ҡайтып ингәндә ҡолас йәйеп ҡаршы алыр, бергәләп рәхәтләнеп сәй эсер, бөтә эс серҙәребеҙҙе уртаҡлашыр, кәңәштәр бирер кешебеҙ – инәйебеҙ Тимергөл Хәмиҙулла ҡыҙы Ишбулдина менән сикһеҙ бәхетлебеҙ.

Беҙҙең инәйебеҙ Минифа һәм Хәмиҙулла Солтанморатовтар ғаиләһендә Яңы йыл алдынан бик көтөп алынған бала булып донъяға килгән. Сөнки уға тиклем тыуғандары бер-бер артлы үлеп торғандар. Исемде лә, ғүмерле бала булһын типтер, Тимергөл тип ҡушҡандар. Апаһы артынан тыуған ҡустыһы ла оҡшаш исемле - Тимербәк була.
Балалар ата-инәһен ҡыуандырып, тырыш, аҡыллы алсаҡ булып үҫеп, буй еткерәләр. 19 йәшен дә тултырмаған инәйебеҙҙе ошо уҡ Яугилде ауылы егете Ғәлинур Ишкилде улына кейәүгә бирәләр. Йәштәр матур итеп ғаилә ҡороп ебәрәләр. Бер-бер артлы сабыйҙары донъяға килә. 1968 йылдың көҙөндә яңы йорт төҙөп сығалар. Балалары ла һынатмай: мәктәптә тырышып уҡыйҙар, өйҙә ата-әсәләренең алыштырғыһыҙ ярҙамсылары булып үҫеп етәләр.
Оло улдары Ғәлим нефть техникумын тамамлап, Себер тарафтарында быраулаусы мастер дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Мин медицина институтының стоматология факультетын тамамлағандан һуң, оҙаҡ йылдар үҙ эшемә тоғро ҡалып, халыҡҡа хеҙмәт итәм. Өсөнсө балалары Зиннур “Мегионнефтегаз” берекмәһендә бырау-лаусы булып 40 йылға яҡын тырышып эшләп йөрөй. Инәйебеҙҙең иң уңған ҡыҙҙарының береһе Миңнизәр - балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы. Үҙен ауыл тормошонан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмаған кесе улы Флүр ғүмере буйы колхоз эшендә - мал ҡараусы булып эшләй. Инәйебеҙҙең генә түгел, барыбыҙҙың да ҙур ғорурлығы һәм шатлығы булған һеңлеләребеҙ - игеҙәктәр-илгәҙәктәр Ләлә менән Рәйлә Нижневартовск ҡалаһында маҡтаулы, юғары категориялы шәфҡәт туташтары. Инәйебеҙ уларҙың эшләгән, йәшәгән ерҙәрен үҙ күҙҙәре менән күреп, Себергә барып ҡайтыуына һөйөнөп, йыш һөйләп ала. Һәр саҡ ҡайтып, хәлен белешеп торған килене Зөһрәгә лә рәхмәтле.
Инәйебеҙ 20 йылдан ашыу ауыл фельдшерлыҡ пунктының алыштырғыһыҙ санитаркаһы вазифаһын башҡарҙы. Колхозда сөгөлдөр утауҙан да ҡалманы, кәрәк икән бесәнен дә сапты. Балаларын ҡарарға ярҙам иткән, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән ҡәйнәһе Хәтифәгә оло рәхмәтле ул. "Талапсан, ҡатыраҡ һүҙле булһа ла, балаларымдың аяҡ-ҡулдарына бейәләй, башалтай бәйләп өлгөртөп, кейҙереп ултырҙы. Аш-һыуға бик тәрбиәле ине", - тип маҡтап бөтә алмай инәйебеҙ. Шулай уҡ Хәмиҙулла олатайыбыҙҙы ла ҡарап, һуңғы юлға оҙатты.
Хаҡлы ялға туҡтағас та инәйебеҙгә өйҙә тыныс ҡына ултырырға тура килмәй. Ауыл мәктәбенә техник хеҙмәтҡәр кәрәк тигәс, директорҙың һүҙен кире ҡаҡмай эш башлай. “Ул замандарҙа мейес яғырға, һыуын да көйәнтәләп ташырға ине, нисек өлгөргәнбеҙ икән”, - тип аптырап та ҡуя әле иҫкә алып.
Хәҙер заманалар икенсе - беҙҙең һөйөклө инәйебеҙ ҡәҙер-хөрмәттә, балаларының тәрбиәһен, ярҙамын күреп, газ үткән, һыу кергән йортонда тыныс ҡына ғүмер итә. Кәрәҙле телефон булыуға һөйөнөп бөтә алмай - бик ярата балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең хәл белешеп, шылтыратып тороуын. Тик ошо шатлыҡлы көндәрҙе атайыбыҙҙың күрә алмауы ғына бик көйөнөслө. 20 йыл элек ҡаты ауырыуҙан һуң мәрхүм булды ул. Донъя булғас, ҡайғы-хәсрәтһеҙ ҙә булмайҙыр, күрәһең, барыбыҙҙы оло ҡайғыға һалып, 1992 йылда иң оло ағайыбыҙ ҡапыл ғына үлеп китте. Инәйебеҙҙең түҙем йөрәге, сабырлығы был түҙгеһеҙ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға барыбыҙға ла ярҙам итте. Йомарт, изге күңелле, шул уҡ ваҡытта баҫалҡы, тыйнаҡ булған яҡын кешебеҙгә һоҡланып бөтә алмайбыҙ, Аллаға шөкөр, инәйебеҙ кәңәштәрен биреп, белмәгәнебеҙҙе өйрәтеп, ауыр саҡтарыбыҙҙа йыуатып тора. Һәр бер хәл белергә кергән күрше-күләнгә ҡыуанып бөтә алмай, һөйләп һүҙҙәре бөтмәй.
Ҡәҙерле инәйебеҙҙе күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап, сәләмәт бул, беҙҙе һөйөндөрөп оҙаҡ йәшә, ҡайғы-хәсрәт урап үтһен һине, тип теләп ҡалабыҙ.
Барлыҡ балаларың исеменән ҡыҙың Гүзәл ХӘКИМОВА.
Читайте нас: