-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2020, 16:50

Бәхет өсөн алтын тауҙар кәрәк түгел...

Ауылдарҙың йәмен арттырып, уның күрке булып, йәштәргә өлгө күрһәтеп йәшәгән ғаилә парҙарына һоҡланмау мөмкин түгел. Түбәнге Ташбүкән ауылында йәшәүсе Шәмсиә менән Әмир Йәнтүриндар ҙа ауылдаштары алдында татыулыҡ, тырышлыҡ өлгөһө булып ғүмер йомғағын һүтә. 25 декабрҙә улар бергә йәшәүҙәренең 60 йыллығын – гәүһәр (бриллиант) туйҙарын билдәләй.

Ирле-ҡатынлы Йәнтүриндар икеһе лә һуғыш осоро балаһы. Түбәнге Ташбүкән ауылынан Әмир Нөғим улы 1935 йылда, Үрге Ташбүкәндән Шәмсиә Батыргәрәй ҡыҙы һуғыш башланған 1941 йылда донъяға килә. Икеһенең дә атайҙары яу яланында ятып ҡала. Бәләкәйҙән атайһыҙлыҡтың әсеһен-сөсөһөн татып, эшкә егелеп, тырыш булып буй еткерәләр.
Әмир ағай әрме хеҙмәтенә саҡырылғанға тиклем Салауат ҡалаһындағы техник училищела монтер һөнәрен үҙләштерә. 1956 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, Алыҫ Көнсығышта 4 йыл ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй. Оҫта баянсы булараҡ, хәрби частың оркестрында ла уйнаған. Уға әрменән бүләккә баян биреп ҡайтарғандар хатта. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, “Ҡыҙыл партизан” артелендә механик булып хеҙмәт юлын башлай. Артабан Ғафури леспромхозына ҡараған Ҡурғашлы урман пунктының Ташбүкән участкаһында тракторсы, бригадир булып эшләй. Бында эшләгәндә “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе менән бүләкләнә. Йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған әүҙем йәмәғәтсе өс тиҫтә йыл партия ойошмаһы ағзаһы булып тора. СССР-ҙың 60 йыллығы билдәһенә лайыҡ була. Ауылдаштары ышаныс күрһәтеп, ике саҡырылыш Ғафури район Советына депутат итеп һайлай, Ташбүкән ауыл Советы депутаты булып һайланып та ауылдаштарының наказдарын үтәп, мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәй. Урмансылыҡта 25 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға Әмир Нөғим улы. Пенсияламын тип тормай, Ҡурғашлы почта бүлексәһенән тыуған ауылына почта ла ташый. Лайыҡлы намыҫлы хеҙмәте менән маҡтаулы ветеранды әле лә онотмайҙар, гәзиткә яҙҙырып, байрамдарында ҡотлауҙан да ҡалдырмайҙар. Бының өсөн етәкселеккә рәхмәтле ул.
Шәмсиә апай “Ҡыҙыл партизан” артелендә хеҙмәт сынығыуы ала: ҡап та һуға, һалабаш баҫырыуҙа, уны һыҙырыуҙа ла эшләй. Артабанғы хеҙмәт юлы леспромхоздағы эшкә бағышлана. Ауылдың икмәк бешереү цехында мөдир ҙә булып эшләргә тура килә. Ул замандарҙа хеҙмәт бик ауыр – бар эш ҡул көсө менән башҡарыла. Бында тиҫтә йылға яҡын эшләгәс, ауыл китапханаһында йыйыштырыусы булып хеҙмәт юлы үтә.
Яҙмыш ауылдың һөлөк кеүек егеттәренең береһе Әмир менән күрше ауыл һылыуы Шәмсиәне киске уйында осраштыра. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан ике йәш йөрәк араһында һөйөү уты ҡабына. Һәм оҙаҡ та үтмәй, өйләнешергә ҡарар итеп, 1960 йылдың 25 декабрендә Түбәнге Ташбүкән ауылында Йәнтүриндар ғаиләһе барлыҡҡа килә. Ошо көнгәсә бер-береһенә ҡарата һөйөү хисен һаҡлап, ихтирамлы-иғтибарлы мөнәсәбәт күрһәтеп, бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап, татыулыҡта, һәр кемде һоҡландырырлыҡ, матур ғүмер итә улар. Өс ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп-үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Иң өлкәне – Миңлегөлдәре һөнәре буйынса инженер-энергетик, Октябрьский ҡалаһында эшләп, хәҙерге көндә Стәрлетамаҡта ғүмер итә, Красноусолда йәшәүсе Гөлсөм менән Венера мәҙәни өлкәне һайлаған. Апайҙары пенсияла булһа, Венера “Әкиәт” балалар баҡсаһында музыкаль етәксе. Үҙҙәре тырыш булғанлыҡтан, ошо һыҙат балаларында ла сағылыш тапҡан: тырыш, эшһөйәр, итәғәтлеләр. Шәмсиә Батыргәрәй ҡыҙы менән Әмир Нөғим улы 7 ейән-ейәнсәрҙең, 9 бүлә-бүләсәрҙең яратҡан өләсәй-олатайы, ҡартәсәй-ҡартатайы ла. Икеһе лә алсаҡ, мәрхәмәтле, изге күңелле, икеһенең дә әсәйҙәрен һуңғы көндәренәсә үҙҙәренең ҡанаты аҫтында ҡәҙер-хөрмәттә йәшәтеп, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатҡандар.
Һәр эште кәңәш-төңәш итеп, бер төптән башҡарырға күнеккән, егәрлелектәре менән айырылған Йәнтүриндар үҙ дәүерҙәрендә өс йорт һалғандар. Бер минут тик торорға күнекмәгән ғаилә башлығы ағас эштәренә лә маһир: бураһын да бурай, тәҙрә яҡтарын да һуға, иҙән-түбәһен дә түшәй. Йорт-ихатала уның оҫта ҡулдары теймәгән бер урын да юҡтыр. Өҫтәүенә, автомобилгә лә идара итә, ихатала үҙҙәренең хәләл көстәре менән һатып алынған “УАЗ” автомашинаһы, гаражда “Лифан” еңел автомашинаһы ултыра.
Быйыл сентябрҙә 85 йәшен билдәләүгә ҡарамаҫтан, Әмир Нөғим улы йәштәрсә дәртле әле. Шулай булмаһа, 84! йәшендә автомобилгә идара итеүгә таныҡлығын алыштырыр инеме лә, оҫта ҡулдары менән яңғыҙы ғына сынъяһау - тәтәй (балалары әйтмешләй) итеп мунса эшләп ултыртыр инеме? Ә Шәмсиә апай аш-һыу оҫтаһы. Ҡыҙҙары әйтеүенсә, улар үҫкәндә бәрәмәс, ҡоймаҡ-бәлештәр өҫтәлдәренән һис өҙөлмәгән. Ике уңған – бергә булған, тигәндәй, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар әле лә гөрләтеп донъя көтәләр, һарай тултырып ваҡ мал аҫрайҙар, баҡсала бәрәңге, йәшелсә, емеш-еләк тә үҫтереп, мул уңыш алалар. Балаларына ла өлөш сығаралар. Умарта ла тотҡандар. Гәзит-журналдарҙан да айырылмайҙар.
Ауылдың М.Ғафу-ри урамындағы Йәнтүриндарҙың йорттары иң күркәмдәренең береһе булып, әллә ҡайҙан ауылға ҡот өҫтәп, йәм биреп ултыра. Ихатаһы уратып профнастил менән кәртәләп алынған. Яҙмыштары ла, тормоштары йәш быуын өсөн матур өлгө булған Шәмсиә Батыргәрәй ҡыҙы менән Әмир Нөғим улын гәүһәр туйҙары менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, тиң-тигеҙ ғүмер теләйбеҙ.
Читайте нас: