+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Декабрь 2020, 12:30

Ауыл урамын йәмләп Ҡыш бабайҙар үтте парадта

Уҙып барған йылдың һуңғы көндәренең береһендә, йәғни 26 декабрҙә Красноусолдағы Мәжит Ғафури майҙанындағы Боҙ ҡаласығында Яңы йылға арналған үҙенсәлекле сара үтте. Байрам красноусолдарҙы ғына түгел, районыбыҙ ауылдарынан бик күп кешене үҙенә йыйҙы. “Ихлас” сауҙа комплексы алдындағы майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе гөрләне.

Байрамдың Баш Ҡыш бабайы – Яңы йыл ғәскәрҙәре генерал-полковнигы Мороз Иванович Рождественский район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа рапорт биргәндән һуң, тамаша башланды. Фәнзил Фәйез улы тантана күрергә килгән барса халыҡты яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне һәм уҙып барған 2020 йылға йомғаҡ яһаны.
Уңғандар тәбрикләнде
Боҙ ҡаласығы майҙансығындағы байрамса биҙәлгән сәхнәне бүләкләнеүселәр буш тотманы. Ысынлап та, бүләкләнеүселәр уғата күп булды был көндө. Фәнзил Сыңғыҙов Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбенең өлкән тәрбиәсеһе Венера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафинаны, Красноусолдағы 3-сө мәктәп директоры Андрей Сергеевич Рудкевич, район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Розалия Мансур ҡыҙы Таһирова, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Рафаил Исмәғил улы Юлмөхәмәтовты “РФ-ның почетлы мәғариф хеҙмәткәре”, Красноусолдағы 3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилә Ҡыяметдин ҡыҙы Абдуллинаны, Балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы Земфира Ирфан ҡыҙы Баранова, Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең рәсем уҡытыусыһы Ольга Владимировна Опарина, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры урынбаҫары Елена Александровна Клементьеваны “БР-ҙың мәғариф отличнигы” билдәләре менән бүләкләне. Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының баш-ланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Әсҡәт ҡыҙы Мәүлетҡолова һәм математика уҡытыусыһы Петр Иванович Михайлов, Табын урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Хәбир ҡыҙы Йәнмырҙина РФ Мәғариф министрлығының, Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбенең физика-математика уҡытыусыһы Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙы Иҙрисова, Ф.А.Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбенең биология-химия уҡытыусыһы Айгөл Әхнәф ҡыҙы Тоҡомбәтова, Юлыҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Минзәлә Нотфулла ҡыҙы Мәмәтҡолова БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е ашнаҡсыһы Гөлсинә Зөлфәр ҡыҙы Ҡоҙайғолова, “Мельница качества” ЯСЙ-енең шеф-ашнаҡсыһы Татьяна Ивановна Семенова һәм ашнаҡсыһы Фәүриә Бәхтейәр ҡыҙы Йәрмиева БР Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
2020 йылда 24-се тапҡыр “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” республика конкурсы үтеп, унда “Мельница качества” ЯСЙ-е һәм “Дубрава” СПОК-ы директоры Светлана Ивановна Фомина “Бизнес корифейы” номинацияһында еңеү яулай. Красноусолдағы 1-се урта мәктәп директоры Галина Викторовна Петрова “Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн”, “Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге АНО-һы директоры Розалия Фәрит ҡыҙы Рахманғолова “Шәфҡәтлелектең юҡтыр сиктәре” номинацияларында бүләкләнде. Сарала шулай уҡ йыл да уҙғарыла килгән “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсында еңеп сыҡҡан республиканың 26 һалым түләүсеһе араһында районыбыҙ эшҡыуарҙары “Мастер” ЯСЙ-е директоры Айрат Зөфәр улы Ҡаҙаҡҡолов һәм “Мельница качест-
ва” ЯСЙ-е директоры Светлана Ивановна Фомина I һәм II дәрәжә Дипломдарға лайыҡ булды.
Байрам сараһында “Айыҡ ауыл - 2020” республика конкурсының район этабына йомғаҡ яһалып, еңеүсе ауыл биләмәләре бүләкләнде. 2020 - Зауыҡлы биләмәләр йылының еңеүселәре: Ғафури юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, Имәндәш, Ташбүкән, Красноусол ауыл биләмәләренә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Иң матур Яңы йыл ҡаласығы” район конкурсы еңеүселәре лә аталды. Ауыл биләмәләре араһында Ташлы ауыл биләмәһе – 1-се урынға һәм 20 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды, Ҡауарҙы һәм Табын ауыл биләмәләренә – 2-се урын, 15-әр мең һум, Бурлы менән Мораҡ ауыл биләмәләре – 3-сө урында, 10-ар мең һум. “Иң матур Яңы йылға биҙәү” конкурсында белем биреү учреждениелары араһында Красноусолдағы 2-се мәктәп – 1-се, 1-се мәктәп – 2-се, “Миләшкәй” балалар баҡсаһы 3-сө урын яуланы. Предприятие-ойошмалар араһында район мәҙәниәт һарайы – 1-се, мәғариф бүлеге – 2-се, ветеринария станцияһы – 3-сө урында.
Боҙ ҡаласығын төҙөүҙә һәм биҙәүҙә ҙур тырышлыҡ һалған Юрий Герасимов Маҡтау грамотаһына, Радик Арыҫланов, Илшат Бәхтейәров Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов мәҙәниәт бүлегенә өр-яңы “Газель” автобусы асҡысы тапшырҙы. Социаль маҡсатлы программалар Фонды ярҙамы һәм район хакимиәте тырышлығы менән үҙҙәренә бүленгән был транспорт сараһын мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Яңы йылға ҙур бүләк итеп ҡабул итте.
Сәхнәлә - донъя Ҡыш бабайҙары
Байрамдың икенсе – иң ҡыҙыҡлы һәм күңелле өлөшө – Ҡыш бабайҙар парады булғандыр. Ҡыш бабайҙар ҡайҙан ғына килмәгән, төрлө “илдәрҙән”, һәр төрлө милләт Ҡыш бабайҙары йыйылғайны. Антоновка менән Мораҡ ауылы мәҙәниәт йорттары Америка Ҡыш бабайы – Санта Клаус (ул һауала боландарҙа сәйәхәт итә, һәр йортҡа мөрйә аша инеп, балаларҙың ойоҡтарына һәм башмаҡтарына бүләктәр һалып китә), баҡраҡтар һәм ҡотлоғужалар Франция Ҡыш бабайы – Пэр Ноэль (ул таяҡ менән йөрөй, үҙенең кәрзинендә бүләктәр түгел, ә тыңлашмаған балаларға сыбыҡ һаҡлай), юлыҡтар Германиянан – Вайнахтсман (ул ишәккә ултырып, балаларға тәмлекәстәр килтерә), үзбәктәр – Камбоджанан – “Дед жар” (был илдә Яңы йылды апрелдә байрам итәләр, балалар ул ҡәнәғәт булһын өсөн татлы бүләктәрҙе уға үҙҙәре әҙерләй), ташбүкәндәр Ғәрәп Әмирлегенән – Папа Ноэль, аҡкүлдәр һәм игенйылғалар Англиянан – Фазер Кристмас, архангелдәр Африканан - “Дед жара”, яңғыҙҡайындар Шотландиянан – Дайдайн Ноллайг (тәржемәһе – Раштыуа, ул Сантаға оҡшаш), имәндәштәр Ирландиянан – Данди на Нолланг (бында Яңы йыл серлелек менән бәйле, Ҡыш бабай йәшел тунда йөрөй, таяғы осонда үлән бәйләме, ә башында бүрек урынына таҡыя. Яңы йыл көнөндә балалар мендәр аҫтына төрлө үләндәр һала), еректәр монголдарҙың Ҡыш бабайы – Увлин Увгун (өҫтөндә мал көтөүсе кейеме, ҡулында оҙон сыбыртҡы, саҡма һәм саҡматаш), ибраһимдар Яҡутиянан – Чысхаон, родиналар Финляндиянан – “Йоулулукки” (тәржемәһе – Раштыуа кәзә бәрәсе, кәзәлә балаларға бүләктәр өләшә), бурлылар Ҡытайҙан – Шо Хин, толпарҙар Румыниянан – Мош Крэчун, мәндемдәр Ҡаҙағстандан – Кыдыр ату, яңы бурлылар – Карбобо, үтәктәр Татарстандан – Кыш бабай, сәйетбабалар башҡорт Ҡыш бабайы булып кейенгән. Ә бына Һиндостанда Ҡыш бабай булмағанлыҡтан, уның ролендә Әсә Алла Лакшми (сәскә атыу һәм бәхет өсөн яуаплы) тора. Әйтеп аңлата алмаҫлыҡ һылыуҙың ҡулында ике лотос, балаларҙы тәмлекәстәр менән һөйөндөрә. Рәсәй Ҡыш бабайы ла бар ине араларында. Иң ғәҙел, киң һәм шат күңелле Ҡыш бабай Бөйөк Устюгта, Боҙ һарайында йәшәй, ә уның ейәнсәре Ҡарһылыу – Кострома ҡалаһынан. Сараны алып барыусылар Ҡыш бабайҙарҙың һәр ҡайһыһын сәхнә түренә саҡырып, улар менән таныштырҙы.
Ниһайәт, донъя халыҡтары Ҡыш бабайҙары конкурсы тамам. Ҡыш бабайҙар мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Аҡҡужин ҡулынан үҙ номинация-ларында бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Сараға район мәҙәниәт һарайы артистарының йыр-моңдары матур биҙәк өҫтәне. Байрам һәр кемдең күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Читайте нас: