+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Декабрь 2020, 16:15

Тултырылған ҡаҙ

Кәрәк була: уртаса ҙурлыҡтағы (3 кг тирәһе) ҡаҙ, 800 г алма, тәмләткестәр: 1,5-әр балғалаҡ паприка, мускат сәтләүеге, кинза, кориандр, 2-шәр ҡалаҡ соя соусы, бал, зәйтүн майы.

Ҡаҙҙың муйын һәм терһәктән түбән һөйәген киҫеп алығыҙ (улар көйөп бара, ризыҡты йәмһеҙләй). Түшкә туң булһа, алдан уҡ иретегеҙ, ҡоротоп һөртөгөҙ. Ҡойроҡ биҙен, артыҡ эс майын киҫеп алығыҙ. Шунан эсле-тышлы тәмләткестәр, борос менән ыуығыҙ ҙа, берәй сәғәткә ҡалдырығыҙ. Тоҙ урынына соя соусы ҡулланабыҙ. Был соус оҡшамаһа, берәй сәғәт ятҡас, ҡаҙға тоҙ һөртөргә була.
Соя соусы, бал, зәйтүн майын ҡушып әҙерләнгән маринадты эсле-тышлы ыуабыҙ. 15 минут ятып торғас, тағы ла маринадты буяйбыҙ. Ризыҡ төрә торған пленка менән урап, 12 сәғәткә (төнгөлөккә ҡалдырһаң, тағы ла яҡшы) һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Ошо ваҡыт үткәс, пленканы сисәбеҙ, ҡаҙҙың муйын тиреһен, һут аҡмаһын өсөн, теш таяғы менән бөтәштерәбеҙ.
Алмаларҙы йыуып, ҡоротабыҙ, 4 өлөшкә бүләбеҙ, үҙәген алабыҙ, ҡаҙ эсенә тултырабыҙ. Ҡаҙҙың ҡорһағын теш таяғы менән “тегәбеҙ”. Аяҡтарын ныҡлы еп менән бер-береһенә тарттырып бәйләйбеҙ. Духовканы 210-220 градусҡа йылытабыҙ. Тағы бер ҡат маринад һөртөп, оҙонса тәрән ҡаҙанға (утятница) арҡаһы менән һалып, духовкаға ултыртабыҙ. Өҫтө ҡыҙарғансы, 40 минут тирәһе бешергәс, уртаға бүленгән бер нисә алманы ситләтеп теҙеп сығабыҙ. Өҫтөн ҡапҡас менән ябып, тағы 2 сәғәт тирәһе бешерәбеҙ. Ҡалын ерен тишеп ҡарап, бешкәнен беләбеҙ. (Тишкәндә бүленгән һут үтә күренмәле булырға тейеш). Бешеп еткәс тә, һүндерелгән мейестә тағы 15 минуттай тотабыҙ.
Шунан ҡаҙҙы йәйенке һауытҡа күсереп, эргәһенә бергә бешкән алмаларҙы теҙеп, болғар боросо, йәшелсәләр менән биҙәп, табынға сығарабыҙ.
Читайте нас: