+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 11:00

Бәрәкәтле йыл булһын!

Хөрмәтле райондаштар!

Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!
Уҙып барған йыл бар донъяны ныҡлыҡҡа һынаған мөһим саралар һәм үҙгәрештәр йылы булды. Шуға ҡарамаҫтан, тарихта ҡалған йылға рәхмәтле булып, шатлыҡлы һәм сағыу мәлдәрҙе хәтерҙә һаҡлаясаҡбыҙ. 2020 йыл ябай булмаһа ла, беҙ уны лайыҡлы һөҙөмтәләр менән тамамлайбыҙ. Тәү сиратта ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, яңы 2021 йылға ышаныс менән аяҡ баҫыуға ҙур өлөш индергән райондаштарға рәхмәтемде белдерәм.
Яңы йылды ҡаршылағанда бар көйөнөс-мәшәҡәттәрҙе иҫке йылда ҡалдырып, яңыһына яҡшы кәйеф, еңеүҙәр һәм уңыштарҙы алып инәйек. Йылдың нисек булыуы һәр беребеҙгә бәйле. Шуға күрә барығыҙға ла үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыуын, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйем, хыял-өмөттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын. Бергәләп беҙ уларҙы мотлаҡ бойомға ашырасаҡбыҙ, сөнки Ғафури ерендә үҙ эшенең оҫталары булған һоҡланғыс кешеләр йәшәй.
Яңы йыл һәр йортҡа, һәр ғаиләгә именлек, бәрәкәт алып килһен! Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, дуҫтарығыҙҙың ярҙамын, яҡындарығыҙҙың иғтибарын тойоп, бәхетле тормош кисереүегеҙҙе теләйем!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль
район хакимиәте
башлығы.
Читайте нас: