-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Ғинуар 2021, 13:40

Киләсәгең яҡты булһын, “Табын”!

Бына тағы бер йыл тарих биттәрендә ҡалды. Яңы йылды “Табын” гәзите күркәм юбилейы – 30 йәше менән ҡаршылай. Башҡорт телендәге үҙаллы баҫма булараҡ “Табын” гәзитенең беренсе һаны 1991 йылдың 1 ғинуарында донъя күрә. Тәүге мөхәррире гәзитте асыу өсөн күп көс һалған, уның киләсәге өсөн янып-көйгән күренекле яҡташыбыҙ, билдәле журналист, яҙыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ниязбай Булатбай улы Сәлимов була.

Район гәзите тарихына күҙ һалһаҡ, ул “Ударник хлебозаготовок” тип аталып, 1931 йылдың 11 октябренән нәшер ителә. 1932 йылдан “Ударник” тип атала башлай. 1935 йылдың ғинуарынан район халҡы йәнә бер гәзит – башҡортса “Еңербеҙ” баҫмаһын алдырыу бәхетенә ирешә. 1957 йылдың октябренән ике гәзит тә ғәмәлдән сығарыла һәм улар урынына Стәрлетамаҡ ҡалаһында рус һәм башҡорт телдәрендә - дубляж - “Коммунизм байрағы” исемле гәзит нәшер ителә башлай. Бер йылдан гәзит районға кире ҡайтарыла һәм ул “Звезда” (“Йондоҙ”) исемен ала. 33 йыл үткәс, тәржемә рәүешендә сығып килгән гәзит, үҙаллы хоҡуҡҡа эйә булып 1991 йылда “Табын” исеме менән йәнә донъя күрә. Гәзиттең исеменә килгәндә, ул бар халыҡ менән һайлап ҡуйыла – гәзиттә төрлө фекерҙәр, тәҡдимдәр була.
Төрлө йылдарҙа мөхәррирҙәр булып Әлфиә Ишморат ҡыҙы Килмөхәмәтова, Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы Собханғолова, Самат Менәүәр улы Ғәлиуллин эшләй.
Гәзиттең үҙ уҡыусылары, үҙ йөҙө, традициялары бар. Баҫманы бай йөкмәткеле итеүҙә төп ярҙамсыларыбыҙ – ауыл хәбәрселәренең булыуы һәйбәт күренеш. Йыл буйы гәзит менән бәйләнеште өҙмәй, әүҙем яҙышып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан, уҡымлы мәҡәләләре менән сығыш яһап, гәзит менән уҡыусы араһын яҡынайтыусы ауыл хәбәрселәренә Нәжметдин Фәрхшатов премияһы биреү матур йолаға әйләнә. 1992 йылдан башлап был премияға Фәхри Ҡужин, Юнир Үтәгәнов (2 тапҡыр), Вилдан Шәрипов (4), Алексей Озеров, Ғиндулла Шәйәхмәтов, Айгөл Ҡоҙаҡаева, Илдар Шәйәхмәтов, Зәки Хәлилов, Рәйес Хәлимов, Фәрит Үтәгәнов, Рәйлә Сабитова, Рәйсә Фәйзуллина, Фәрғәт Ғәлин (2), Флүрә Хәлилова, Әминә Вахитова, Иҙрис Вәлишин, Әлфиә Ғиззәтуллина, Рәүилә Лоҡманова, Римма Ишмырҙина, Зәйтүнә Зәйнешева, Зилә Сәйетбатталова, Вәсимә Бохармәтова, Хәсән Ҡотов лайыҡ булды.
Йыл һайын гәзиттең лауреаттары – районыбыҙ тормошона, уның социаль-иҡтисади һәм рухи үҫешенә тос өлөш индергән, район йылъяҙмаһына сағыу, яҡты биттәр яҙған шәхестәребеҙ – “Йыл кешеһе” исеменә лайыҡ булғандар тәбрикләнә.
“Табын”дың рәсми сайтынан тыш, йәштәрҙе ылыҡтырыу, хеҙмәттәшлеккә йәлеп итеү маҡсатында “Бәйләнештә” (“В Контакте”), "Класташтар", "Инстаграм", "Фейсбук" социаль селтәрҙәрендә гәзиттең үҙ төркөмдәре булдырылды. Күп кенә конкурстар, мәҫәлән, “Коллектив менән “Табын”ға”, “Табын” бүләк ит”, “Мин “Табын”ға яҙылдым” конкурстары шунда үтә.
Гәзит янында “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе уңышлы эшләп килә. Нияз Сәлимов 1986 йылда, әле “Йондоҙ” гәзите мөхәррире урынбаҫары сағында уҡ “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһен булдыра. Тап ошо берекмәлә әлеге көндә республикабыҙҙа билдәле шағир һәм прозаиктар Салауат Әбүзәров, Мөнир Ҡунафин, Венер Исхаҡов, Марат Әминев, Рәйлә Сабитова һәм башҡаларҙың ижады юл алған. Әҙәби берекмә бөгөн дә тулы көсөндә эшләп, районыбыҙҙағы һәм унан ситтәге ижадсы яҡташтарыбыҙҙы бергә туплай. Уларҙың әҫәрҙәре гәзиттә “Мағаш тауышы” махсус битендә донъя күрә. Оҙаҡ йылдар берекмәнең етәксеһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова булды, әле уны шағир, журналист Фәрғәт Тәлғәт улы Ғәлин етәкләй.
Гәзитебеҙ йәш ижадсыларҙы ла иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, күренекле яҡташ яҙыусыбыҙ, шағирә Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова призына “Өмөтлө ҡәләм” йәш ижадсылар бәйгеһе үткәрелә башлауға бы-йыл 20 йыл була.
“Табын”да берҙәм, тәжрибәле коллектив тупланған. Яуап-лы секретарь Зифа Ғайсина, ижтимағи-сәйәси бүлек мөдире Индира Ишкина, хәбәрсе Әлфиә Вәлиева, фотохәбәрсе Наил Латипов, гәзит версткалаусы Гүзәл Ҡасимова, реклама бүлеге белгесе Айгөл Ғәлиуллина, водитель Василий Скрипачёв гәзит уҡыусыларҙы һөйөндөрөп, уҡымлы булһын өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Гәзитебеҙ ветерандары Флүрә Садиҡова, Мәҙинә Ғибаҙуллина, Заһира Ғәзизова (хәҙер мәрхүмә инде), Миңнура Шириязданова, Фәрғәт Ғәлин баҫмабыҙ тарихының сағыу биттәрен яҙған шәхестәр.
Бар донъяны ялмап алған тажлы киҙеү таралған 2020 йыл гәзит өсөн дә еңелдән булманы. Үҙаллы ҡурсаланыу, төрлө сикләүҙәр осоронда ла гәзит уҡыусыға ваҡытында барып етһен өсөн коллективыбыҙ арымай-талмай эшләне. Йылдың яҡшы яҡтары ла булды, әлбиттә. “Табын” гәзите “Ғафури ере – таланттар төйәге” проекты менән Рәсәй Матбуғаты гранты конкурсында еңеп сыҡты. Һәр һанда күренекле шәхестәр, ауыл уңғандары, төрлө һөнәр оҫталары тураһында ҡыҙыҡлы материалдар донъя күрә барҙы. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, Башҡорт теле йылын, Зауыҡлы биләмәләр йылын яҡтыртыусы мәҡәләләр даими баҫылып торҙо. Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығына, Бөйөк Еңеүгә арналған ижадсылар бәйгеләре уҙғарҙыҡ.
Гәзиткә хаҡ артыуына, пандемия шауҡымына ҡарамаҫтан, баҫмабыҙ үҙ уҡыусыларын һаҡлап ҡала алды - тәүге ярты йыллыҡта “Табын”ды 2 меңгә яҡын кеше алдырып уҡыясаҡ. Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары һаман да баҫма менән бергә ҡала килә. Барығыҙға ла рәхмәтлебеҙ, артабан да бергә булайыҡ. Яңы йылда ил-көнөбөҙ имен булһын, тажлы зәхмәт бөтөп китһен. “Табын”ды уҡыусылар һаны артһын, киләсәге яҡты булһын!
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА,
“Табын” гәзитенең баш мөхәррире.
Читайте нас: