+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Ғинуар 2021, 22:40

Мөғжизәле әкиәт илендә

25 декабрь район мәҙәниәт һарайында яҡшы уҡыуҙары һәм төрлө фәндәрҙән олимпиадаларҙа уңыштарға өлгәшкән, ишле ғаиләлә үҫкән, сәләмәтлек мөмкинлектәре сик-ле балаларға Башҡортостан Башлығының һәм район хакимиәте башлығының Яңы йыл бүләктәрен тапшырыу уңайынан байрам сараһы ойошторолдо.

Яңы йыл алдынан көндәрҙе һанап, һәр беребеҙ мөғжизә көтә. Районыбыҙ ауылдарынан йыйылған балалар тамаша залында матур итеп биҙәлгән сәхнәгә ҡарап, был сараның тиҙерәк башланы-уын түҙемһеҙлек менән көтөүҙәре күренеп тора. Бына, байрам сараһы ҡурайсылар сығышы менән башланып китте.
Байрам сараһын алып барыусылар Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Фәнзил Ғәлин сәхнә түренә муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовты саҡырып, ҡотлау өсөн һүҙ уға бирелде.
- Үтеп барған йыл бик ауыр булһа ла, һеҙ олимпиадаларҙа, ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәнһегеҙ. Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашы-уын теләйем, - тине үҙ сығышында Фәнзил Фәйез улы.
Сәхнәгә күтәрелеп, ра-
йон хакимиәте башлығы ҡулынан Башҡортостан Башлығы бүләген - 8, район хакимиәтенекен 17 бала алып ҡыуанды, шунда уҡ иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр.
Быйылғы байрам шыршы уратып йыр йырлап үтмәһә лә, бик күңелле барҙы. Һәр кем Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары ҡатнашлығындағы мөғжизәле әкиәт илендә булғандай, театрлаштырылған тамашаны ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Шулай уҡ ошо көндә “Изге Яңы йыл” хәйриә акцияһы үтеп, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов сәләмәтлектәре сикле балаларҙы өйҙәренә барып ҡотланы.
Матур бүләктәр алып шатланған балалар бай тәҫораттар алып, үҙҙәренә йыллыҡ күтәренке кәйеф булдырҙы.
Читайте нас: