Илдар Ярулла улы кистән байрам ҡаршылап, бар халыҡ иртән ял итергә тынлыҡҡа сумған Яңы йылдың беренсе көнөндә күрше Татарстан Республикаһында Апас районы, Бәләкәй Булғар ауылында ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға ауаз һала. 7 йәштә сағында әсәһе вафат була, шуға ла ул үгәй әсәй ҡулында, күмәк - ете балалы ғаиләлә үҫә. Тыныс, бушҡа ҡул ҡаушырып торорға яратмаған малай, барыһын да эшләп үҫә. Уның өсөн эштең ҡыйыны-рәхәте, ауыры-еңеле юҡ. Нимәгә тотона барыһын да йырып сыға ала.
Хеҙмәт юлын колхоз фермаһында көтөү көтөп башлай. Егеттең тырышлығын күреп, СПТУ-ға уҡырға ебәрәләр. Уҡыуын тамамлап, “Малсылыҡ буйынса механик” һөнәрен үҙләштереп ҡайтыу менән әрме хеҙмәтенә алалар. Бәләкәйҙән спорт яратҡан егеткә өс йыл ярым армияла хеҙмәт итеү һиҙелмәй ҙә ҡала. Һуңынан тормош юлы Себер яҡтарына - Нижневартовск ҡалаһына алып китә. “Нефтестрой” ойошмаһында саңғы буйынса методист, шул уҡ ваҡытта шофер булып та эшләй. Ошо ваҡытта уны бергә эшләгән дуҫы ашхана эшләмәгән көндә үҙенең яҡташ ҡыҙына сәйгә саҡыра һәм ул бер күреүҙә ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ, йөҙөнән изгелек нуры бәрелеп торған башҡорт ҡыҙына ғүмерлеккә ғашиҡ була. Етмәһә, стенала ҡыҙҙың саңғы тотоп төшкән фотоһын күреп тә, ҡыҙыҡһыныуҙары бер икәнен аңлай. Икенсе килгәндә саңғы алып килә, баҫҡан ерендә осҡон сығарыр ҡыҙҙы ҡатын-ҡыҙҙар командаһында саңғы ярыштарында ла ҡатнаштыра. Оҙаҡ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1982 йылда өйләнешәләр йәштәр, ә дүрт йыл үтеүгә законлаштырып, бер фамилияға күсәләр. Яңғыҙы ул үҫтергән Фәйрүзә апайға ла, үҙенә һис урын таба алмай йөрөгән Илдар ағайға ла бергә булғас, тормош еңеләйеп, сит ерҙәрҙә ғүмер үткәне лә һиҙелмәй ҡала.
- 1970 йылдан бирле Нижневартовскийҙа эшләнем. Шарогала “Лукойл”да автокранда ла, дөйөм 58 йыл шофер булып эшләнем тиһәң дә була. 1974 йылда “Нижневартовский нефтестрой” тресынан “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” исеме бирелде. Рәсәй Федерацияһының Ханты-Манси автономлы округы хеҙмәт ветераны, шулай уҡ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығы приказы менән 1996 йылдан Почетлы нефтсе исемен бирҙеләр. Машинаны оҫта йөрөткәс, ҡайҙандыр яңы автомобиль алып ҡайтырға мине эштән һорап алып китә торғайнылар. Рәсәйҙе иңен-буйын буйлап күп йөрөнөм. Пенсияға сыҡҡас, биш йыл Бүздәктә лә йәшәнек. Барыбер ошо яҡтар үҙенә нығыраҡ тартты, - ти Илдар Ярулла улы үҙе тураһында.
Илдар ағай менән Фәйрүзә апай икеһе лә баҡсала эшләргә яраталар. Теплицаларын, баҡсаларын күңел һалып биҙәп, һәр саҡ тәртиптә тоталар. Өйҙәре лә зауыҡ менән йыйыштырылған.
- Йор һүҙле, изге күңелле кеше ул. Үҙем “Ағинәйҙәр” ойошмаһында йөрөгәс, ярҙамлашырға Илдарҙы ла саҡырам. Баҡса эше – беҙҙең хобби. Альберт улыбыҙҙы 5 йәштән ҡарап үҫтерҙе. Юғары белем алырға ярҙам итте. Үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫырға ата-әсәнән балаға нимә мотлаҡ булһа, барыһын да бирҙе. Дуҫтар-туғандар менән аралашып, бер-беребеҙгә йөрөшөп йәшәйбеҙ. Аллаға шөкөр, беҙҙең үткән ғүмерҙәр йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгел. Әле лә йәмәғәт эштәрендә ҡатнашабыҙ, - ти уңған хужабикә Фәйрүзә Рәхимйән ҡыҙы тормош иптәше менән таныштырып.
Скандинав йөрөшө булһынмы, йә йөҙөү, саңғыла һәм башҡа сараларҙа, улар бер-береһенә ярҙам итеп, үҙҙәренең кәрәклеген тойоп, хәрәкәттә – бәрәкәт, тип йәшәй Ғибаҙуллиндар. Эшләгән урындарынан, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, “Иң матур ихата” буйынса алған Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын һанап бөтөрлөк түгел.
“Саңғы беҙҙе таныштырҙы, күнекмәләр берләштерҙе, спорт – ҡауыштырҙы”, - ти шаян һүҙле хужа кеше. Улар һис ҡул ҡаушырып ултырмай, эштән арынған ваҡытта Илдар Ярулла улы ҡулына гармунын алып һуҙып ебәрә, бергәләп үҙҙәренең йәш саҡтағы йырҙарын иҫкә төшөрөп йырлап та алалар. Тормоштоң тәмен тойоп, йәмен күреп, бер-береңә кәрәк, терәк булып шулай йәшәүгә ни етә.