+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Ғинуар 2021, 15:25

Тынғыһыҙ хеҙмәтен баһалап

“Табын” гәзите үҙенең эшсе-ауыл хәбәрселәре менән көслө тиеү - яңғырауыҡ һүҙҙәр генә түгел. Был ысынлап та шулай. Йыл аҙағында, матур йолаға әйләнгәнсә, әүҙем ауыл хәбәрселәренең йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһап, гәзитебеҙҙең Нәжметдин Фәрхшатов исемендәге премияһына лайыҡтарҙы барлағанда, быға тағы бер тапҡыр инанып, ғорурлыҡ кисерәбеҙ.

Көтөп алынған ҙур байрамдар ғына түгел, көтөлмәгән һынауҙар йылы ла булған 2020 йылда ла хәбәрселәребеҙ гәзит менән хеҙмәттәшлекте ташламаны. Шулар араһында иң әүҙем, емешле эшләгәне һәм Н.Фәрхшатов премияһына иң лайығы тип мөхәрририәт Ҡауарҙы ауылынан Рим Әхтәри улы Насировты таныны. Үтеп киткән йылда үҙенең олпат юбилейын - 80 йәшен билдәләгән мәғариф ветераны Хәтер һәм Дан йылына үҙенең тос өлөшөн матбуғат аша ла индерҙе. Еңеүҙең 75 йыллығы йылында ул башлыса Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштары хаҡында яҙҙы, “бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған” тигәндәй, һәр мәҡәлә артында - күпме мәғлүмәттәр, эҙләнеү эштәре, авторҙың тынғыһыҙ хеҙмәте ята.
Рим Әхтәри улы Ҡауарҙыла беренсел ветерандар ойошмаһы рәйесе булараҡ та әүҙем эш алып бара, гәзит менән дә күп йылдар хеҙмәттәшлек итә. Һуңғы йылдарҙа ул шиғри ижадҡа ла мөрәжәғәт итә.
Гәзитебеҙҙең 2020 йылғы лауреатын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да емешле хеҙмәт теләп ҡалабыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
Читайте нас: