+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Ғинуар 2021, 00:45

Афарин – 2020

“Восход-СТ” АП ЯСЙ-енең алдынғы механизаторы Мансаф Миңниәхмәт улы ЗӘЙНЕТДИНОВ өсөн 2020 йыл айырыуса уңыштары менән һөйөндөрҙө.

Үҙенә беркетелгән “Палессе GS-10” комбайнында район буйынса иң күп иген (647 гектарҙа 1,5 мең тонна) һуғып алыуға өлгәшеп, республиканың алдынғы 20 механизаторы исемлегенә инде. Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө уңайынан байрам тантанаһында “Ураҡ батыры-2020” тип танылып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡулынан “Шевроле-Нива” автомашинаһы асҡысы алыуы үҙе өсөн генә түгел, районыбыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн дә оло баһа. Был уғата ҙур бүләк Мансаф Миңниәхмәт улына тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләргә һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшергә дәрт-дарман өҫтәй. Ул шәхси тормошонда ла бөтмөр, һәйбәт ғаилә башлығы ла, ҡатыны Раушания Рауил ҡыҙы менән 4 бала тәрбиәләйҙәр.
Читайте нас: