+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Ғинуар 2021, 15:25

Афарин – 2020

Красноусолдағы 3-сө урта мәктәп директоры Андрей Сергеевич РУДКЕВИЧ өсөн уҙған йыл үтә лә емешле һәм уңышлы булды.

Үҙе етәкләгән уҡыу йорто һәр йәһәттән алдынғылар рәтенән төшмәне. 3-сө мәктәп яңы уҡыу йылына ҙур уңыштар менән аяҡ баҫты, мәктәп коллективы белем биреү сифатын күтәреүҙә һәм ойоштороуҙа емешле эшмәкәрлек алып барып “Йылдың иң яҡшы мәктәбе-2020” номинацияһында еңеп, 100 мең һумлыҡ премия менән бүләкләнде. Ә Андрей Рудкевич “Иң яҡшы директор” исеменә һәм физика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балсыны әҙерләүҙәге шәхсән өлөшө өсөн 10 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булды. “РФ-ның почетлы мәғариф хеҙмәткәре” маҡтаулы билдәһе менән бүләкләнде. Районыбыҙҙа берҙән-бер - физика фәне буйынса 100 балл йыйыуға өлгәшкән Әнүзә Азиева менән Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары күрһәткестәргә өлгәшкән Рәмиз Зыязетдинов та тап ошо мәктәптең сығарылыш уҡыусылары. Икеһе лә район хакимиәтенең аҡсалата премиялары менән бүләкләнде. Бындай булдыҡлы етәксегә “Афарин!” тиергә генә ҡала.
Читайте нас: