Парад “Торатау” Конгрессхолы алдындағы майҙандан башланды. Һылыу ҡыҙҙар матур костюмдарҙа Ҡыш бабайҙар оркестры башҡарыуындағы музыка аҫтында Өфө урамдары буйлап үтте.
Ҡарһылыуҙар парадында республиканың төрлө район-ҡалаларынан 500-ҙән ашыу ҡыҙ ҡатнашҡан. Райондан унда 11 Ҡарһылыу барҙы. Улар – Еҙем-Ҡарандан Гөлнур Шәйәхмәтова, Баҡраҡтан Эвелина Мәжитова, Бурлынан Әлиә Мифтахова, Эльвира Абдрахманова, Толпарҙан Гөлназ Фәтҡотдинова ҡыҙы Гөлсиә менән, Ҡолҡандан Эльвира Фәхретдинова, Ташлынан Евгения Флячинская, Юлыҡтан Нурсилә Ҡасҡынова, Красноусолдан Александра Хәбибуллина һәм 4 йәшлек Дарья Юлбарисова.
Ҡарһылыуҙар береһенән-береһе матур костюмдарҙа баш ҡала буйлап уҙа. Конкурста 100 мең һумлыҡ Гран-приға Азалия Чанышева лайыҡ булды. ”Мини” номинацияһында алты йәшлек Эмилия Фәйзуллина, “Иң яҡшы этник костюм” номинацияһында Асҡын районы ҡыҙы Динара Ғилфанова еңеү яулаһа, Толпар ауылынан Гөлназ Фәтҡотдинова әҙерләгән Баш инә бүре костюмы Өфө ҡалаһындағы “Севиль” косметика салон-студияһынан 3 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнгән. Гөлсиә иһә изоспандан тегелгән "сит планета" Ҡарһылыуы костюмы менән “Үҙенсәлекле костюм“ номинацияһында ҡатнашҡан. "Кесе” Ҡарһылыу номинацияһы өсөн кескәй Дарьяға өләсәһе Светлана үҙ ҡулдары менән костюм бәйләгән, һөймәлекле ҡыҙға һоҡланмаған кеше ҡалмаған. Ҡыҙҙар әйтеүенсә, көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, уларға байрам бик оҡшаған, үҙҙәрен күрһәтеп, башҡаларҙы ҡарап, тәжрибә туплап ҡайтҡандар.
Ҡарһылыуҙар парады эстрада йырсыһы Анна Семеновичтың концерты менән тамамланған.