+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 18:40

Спорт һөйөүселәр артһын!

ГТО тестлау үҙәгенә яңы ҡоролмалар алынды

Ғафури районы “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тестлау үҙәге Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эргәһендә эшләп килә.
Күптән түгел үҙәккә заманса мобиль ҡоролмалар, инвентарь һәм нормативтарҙы үтәүҙе тестлау өсөн лицензиялы атрибутика тапшырылды. Сарала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Шамил Хәкимов һәм башҡалар ҡатнашты. Фәнзил Фәйез улы әйтеүенсә, ҡоролмаларҙы алыу өсөн “Башҡортостан Республикаһында физик культура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте үҫеше” дәүләт программаһы сиктәрендә республика бюджетынан 315 мең һум аҡса бүленгән. Уңайлы яңы ҡоролмалар район халҡы араһынан күберәк кеше, бигерәк тә балалар, спорт хәрәкәтенә һәм ГТО нормативтарын үтәүгә ҡушылыуға булышлыҡ итер тип уйлайым, тине район етәксеһе.
Яңы ҡоролмалар “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында урынлаштырылды.
Читайте нас: