Ашхана балаларҙың шат тауыштарынан гөж килде, өҫтәлдәребеҙ халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарынан һығылып торҙо. Уҡыусылар бишбармаҡ, ҡыҫтыбый, ваҡ бәлеш, ҡоймаҡ, төрлө емештәрҙән бешерелгән бәлештәрҙән, бауырһаҡтан ауыҙ итте.
Балаларҙың төшкө аш ваҡыты төрлө мауыҡтырғыс сараларға бай булды. Башланғыс кластар араһында “Милли аш-һыуҙарҙы беләһеңме?” тигән темаға викторина ойошторолоп, еңеүселәр билдәләнде. 1-се урынды 3 “а”, 2-се урынды 4-се, 3-сө урынды 3 “б” кластары яуланы. Гөлшат Урманшина уларға тәмлекәстәр менән Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Уртансы клас-тар иһә, милли ризыҡтарыбыҙҙы ауыҙ итеп, нисек, нимәнән бешерелгәнен атап үттеләр.
8-10 кластар араһында ойошторолған оҫталыҡ дәрестәре лә һәр кемдең күңеленә хуш килде. Бында туҡмас киҫеү серҙәренә, ваҡ бәлеш, ҡош теле эшләү ысулдарын Ләлә Зәки ҡыҙы Юлбарисова, Рима Биктимер ҡыҙы, Мәүлетҡолова Люциә Гәрәй ҡыҙы Ғәниева өйрәтте. Ҡыҙҙар ғына түгел, хатта егеттәребеҙ ҙә ҡыҙыҡһынып, был эштәрҙе үҙҙәре лә эшләп ҡараны.
Ошондай матур сараны уҙғарыу идеяһын ауылдашыбыҙ Фаягөл Камил ҡыҙы тәҡдим итте. Уның фекерен мәктәп коллективы (директоры Р.Ә.Ғәзизова) һәм “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е директоры Гөлшат Шиһабетдин ҡыҙы Урманшина күтәреп алды. Ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән Ғафури районы мәғариф бүлеге технологы Фаягөл Латиповаға, “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е директоры Гөлшат Урманшинаға мәктәп коллективы исеменән ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.
Ярҙам ҡулы һуҙған ата-әсәләргә, коллективҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. “Күмәкләгән - яу ҡайтарған” тигәндәй, күмәкләп эшләгән эш үҙ маҡсатына өлгәште. Был сара балаларҙың күңеленә хуш килде. Һалҡын ҡыш көнөндә балаларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирә ҡалдыра алыуыбыҙ күңелдәрҙе йылытты.
Беҙҙең маҡсат: үҫеп килеүсе йәш быуында башҡорт теленә, башҡорт милли ризыҡтарына һөйөү уятыу, эшләргә өйрәтеү, башҡорт телендә милли аш-һыуҙың атамаларын белеү, белгәндәребеҙҙе киләсәк быуынға тапшырыу, онотолоп барғандарын тергеҙеү. Киләсәктә лә ошондай сараларҙы күберәк уҙғарырға кәрәк тигән һығымтаға килде ойоштороусылар. Шул саҡта беҙҙең телебеҙ, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ онотолмаҫ.
Зилә ИҘРИСОВА,
Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.