+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 14:25

“Вәғәҙәләр йүгереүе” марафонына ҡушылдыҡ

Яңы йылдың беренсе көнөн районыбыҙҙың үҙ сәләмәтлегенә битараф булмағандар, беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, Красноусолдағы “Йәшлек” ял паркында үткән марафонда йүгереүҙән башланы.

Иртә менән ҡарағайлыҡ ҡосағында урынлашҡан сәхнә майҙансығына күптәр байрам костюмдарында килгән ине, хатта Ҡарһылыу ҙа (Альбина Ғәзизова) ҡатнашты был марафонда. Йыйылыусылар алдан уҡ баҫтырылған ҡағыҙға Яңы йылға вәғәҙәләрен, маҡсаттарын, теләктәрен яҙып түштәренә таҡтылар. Район хакимиәтенең физкультура һәм спорт бүлеге етәксеһе Шамил Шакир улы Хәкимов еңелсә күнекмә үткәргәндән һуң, барыһы ла йүгерергә әҙерләнде. Унда ҡатнашыусыларға үҙҙәренең вәғәҙәләрен тормошҡа ашырыу өсөн тәүге аҙым яһап, 2021 метрға йүгереп сығыу ғына шарт ине. Финиш һыҙығын иң беренсе булып Красноусолдағы 1-се мәктәп уҡыусыһы Искәндәр Насиров, унан саҡ ҡына ҡалышып 3-сө мәктәп уҡыусыһы Данияр Сәйфуллин, өсөнсө булып һәүәҫкәр спортсы Ғайса Кейекбаев үтте. Һәр бер ҡатнашыусыға значоктар таратылды. Марафонсылар яңы йылда ла һаулыҡҡа иғтибар бүлеп, сәләмәт йәшәргә кәрәклекте күрһәтте.
Шамил Шакир улы марафонда ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтеп: “2021 йыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Беҙ ҙә йылды һаулыҡты нығытыу менән башланыҡ, икенсе марафон 14 февралдә – Ғашиҡтар көнөндә уҙғарыласаҡ, барығыҙ ҙа парлы килегеҙ”, - тине.
- Йылды тәнебеҙгә файҙа килтереп башланыҡ, шулай дауам итергә булһын. Кеше топтойоҡтан йүгерергә сығырға ҡыймай, ошондай саралар бик файҙалы. Сәләмәт тормош алып барыусылар бер ергә туплана, яҡшы вәғәҙәләр тормошҡа аша, - тине спорт ветераны Ғайса Кейекбаев.
Ошондай уҡ спорт саралары райондың башҡа ауылдарында ла берҙәм үтте. Һау-сәләмәт булайыҡ, марафондарҙа ҡатнашайыҡ.
Читайте нас: