+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 12:30

Яңы йылға матур бүләк

Рус Саскүлендә фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Советтар Союзы Геройы А.Ф.Ковальскийға бюст асылды

Яңы 2021 йыл алдынан, йәғни 25 декабрҙә районыбыҙҙың Аҡкүл ауыл биләмәһенең Рус Саскүле ауылында бер түгел, ике иҫтәлекле ваҡиға тарихҡа кереп ҡалды. Бында тантаналы шарттарҙа күптән көтөлгән өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды һәм ауыл мәктәбе биләмәһендә Советтар Союзы Геройы Антон Ковальскийға бюст асылды.
Уҙған 2020 йылда республикала 100-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункттары (шуларҙың икәүһе – беҙҙең районда) үҙ ишектәрен асты. Республикалағы был күренеште “ФАП-тар ямғыры” тип атап та өлгөрҙөләр. ФАП Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү" федераль проекты сиктәрендә төҙөлгән. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, бындай төр ФАП-тарҙы һатып алыу һәм ҡуйыу райондарҙа ике яҡ өсөн дә уңайлы шарттарҙа башҡарыла. Муниципаль район хакимиәте ер участкаһы бүлә, инженерлыҡ селтәрҙәрен (электр, һыу, канализация, йылылыҡ) тоташтырыуҙы тәьмин итә, тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндерә. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иһә модулле ФАП-ты һатып алыу, урынлаштырыу, уны кәрәкле медицина ҡорамалдары һәм йыһаздар менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә ала.
Был төбәк халҡының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Алик Йәнешев, Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Лилиә Васильева, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡалар килде.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ошондай күркәм, уңайлы бина төҙөткәндәре өсөн республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 2019 йылда Байымбәт һәм Уҫман ауылдарында, 2020-лә Ташбүкәндә һәм Рус Саскүлендә модулле ФАП-тар асылып, эшләй башлауын билдәләп, медицина биналары халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итеүен, кешеләр һаулығын һаҡлауға ҙур өлөш индереүен теләне. Йәнә тиҫтәләп ФАП асыу күҙ уңында тотолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Фәнзил Фәйез улы ауылда ФАП-ты асыу тантанаһының тап изге йома һәм Раштыуа көндәренә тура килеүен изгелеккә юраны.
Рус Саскүле ауылы уртаһында урынлашҡан ФАП бинаһы ауыл халҡының күптәнге хыялы. Бындағы медпункт, ысынлап та, бик иҫке булған, санитар талаптарға яуап бирмәгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, фельдшер Гөлүзә Хәйбуллина ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә бар тырышлығын һалып эшләй. Медицина хеҙмәткәре 420 кешенең, шуның 90-ы балалар, һаулығын ҡайғырта.
Аҡкүл ауыл биләмәһе баш-лығы вазифаһын башҡарыусы Лилиә Васильева ауыл халҡы исеменән ФАП-лы итеүҙә-
ре өсөн барыһы-на ла рәхмәт әйтте һәм подрядсы ойошма етәксеһе Нурый Мусинға ауыл биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
Бына, ниһайәт, иң тулҡынландырғыс һәм тантаналы мәл етте. Ҡыҙыл таҫма киҫелде һәм барыһы ла медпункт бинаһы эсенә үтте.
Заманса медицина учреждениеһы иркен, йылы һәм яҡты. Унда сирлеләрҙе ҡабул итеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған – процедура кабинеты, беренсе ярҙам күрһәтеү, пациенттарҙы ҡабул итеү, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар консультацияһы бүлмәләре бар, электр менән йылытыла, һыу-канализация бар. Бары тик кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландыраһы ҡалған. Рус Саскүле ауылы халҡы өсөн күптән көтөлгән өр-яңы ФАП Яңы йылға ҙур бүләк булды.
ФАП менән танышып сыҡҡандан һуң, барыһы ла мәктәпкә юлланды. Бында уларҙы Советтар Союзы Геройы Антон Филиппович Ковальскийға бюст асыу сараһы көтә ине. Герой уҡыған Рус Саскүле мәктәбендә уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ урын алған. Тантанала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Ауырғазы һәм Ғафури райондары бу-йынса хәрби комиссар Файруз Ғимаҙиев, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, скульптура авторы - Красноусолдан Руслан Йомағолов, Геройҙың яҡындары-туғандары, ветеран-афғансылар, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, йәш армиясылар, урындағы халыҡ һәм башҡалар ҡатнашты. Был сараның Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы һәм Хәтер һәм Дан йылында үтеүе менән икеләтә иҫтәлекле булды.
Фәнзил Фәйез улы үҙенең сығышында үҫеп килгән йәш быуынды тап ошондай ысын ҡаһармандар һәм уларҙың батырлыҡтары миҫалында тәрбиәләргә, уларҙа юғары хәрби-патриотик рухты үҫтерергә кәрәклеген билдәләне:
-Бөгөн, гүйә, батырҙарса һәләк булған һалдат тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡандай тойолдо. Ваҡыт үтә, һәм беҙ барыбыҙ ҙа, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа Бөйөк Ватан һуғышы, уның геройҙары тураһындағы иҫтәлекте һаҡларға һәм уларҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ. Антон Филиппович Аҡкүл ауыл биләмәһенән Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн фронтҡа китеп, һуғыш яланында башын һалған 970 кешенең береһе. Гвардия ефрейторы, сапёр Антон Ковальский фашист илбаҫарҙарына ҡаршы батырҙарса көрәшкән: күперҙәрҙе һәм уларға инеү урындарын ҡорған, уларға инеү юлдарына мина һалыуҙа һәм немец миналарынан таҙартыуҙа ҡатнашҡан. Әммә уға Бөйөк Еңеү көнөн күреү насип булмай, ни бары өс аҙна ҡалғас, 1945 йылдың 14 апрелендә батырҙарса һәләк була. Беҙ яҡташыбыҙҙың батырлығын оноторға тейеш түгелбеҙ, уның хаҡындағы хәтирәне үҫеп килгән алдағы быуындарға, йәғни быуындан-быуынға, ғүмер бу-
йына тапшыра килергә тейешбеҙ, - тине Ф.Сыңғыҙов.
Хәрби комиссар Файруз Ғимаҙиев менән район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова Антон Ковальскийҙың ғүмер һәм һуғышсан юлына байҡау яһаны. Антон Филиппович 1906 йылда Рус Саскүле ауылында донъяға килә. 1942 йылдың ғинуарында һуғышҡа алына. Фронттың иң алғы һыҙығында сапёр булып батырҙарса алыша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ҡаһарман яугир, данлыҡлы яҡташыбыҙ А.Ф.Ковальскийға 1944 йылдың 23 сентябрендә Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән бергә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ике тапҡыр ҡыҙыл Йондоҙ ордены (23.01.1944 й., 14.02.1944 й.), "Батырлыҡ өсөн" (29.07.1943), "Хәрби хеҙмәттәре өсөн" (10.10.1943) һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. Әммә батыр сапёр-яугирға Бөйөк Еңеү яҙын күрергә һәм Тыуған илебеҙҙең ошондай юғары наградалары менән әйләнеп ҡайтырға насип булмауы үкенесле, - тине улар.
Тантанала ҡатнашыусылар обелискыға сәскә гөлләмәләре, ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалды. Һауаны ярып, батырҙарға мәңгелек дан ауазы булып өс тапҡыр автомат залпы яңғыраны. Бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса көрәшеп һәләк булған яугирҙар иҫкә алынды.

Читайте нас: