-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Ғинуар 2021, 14:40

Аҡ-саф нурҙар бөркөп йәшәй ул

Көн артынан төн, айҙарҙан һуң йылдар, миҙгелдәр алышынып тора. Ваҡыт тигәнең дә, беҙҙең йәште ҙурайтып, алға елә. Төрлө мәшәҡәттәр менән хатта эргәбеҙҙәге кешеләргә лә иғтибар бүлергә ваҡыт тапмайбыҙ. Иртә менән гәзитебеҙҙең яуаплы сәркәтибе Зифа Ғайсина: “Кешенең алтын урталыҡҡа етеүе - уны баһалау өсөн иң уңайлы мәл, яҙырға кәрәк инде”, - тигәс, таяҡтың осо үҙемә ҡағылыуын тойоп, бөгөнгө геройыбыҙ - мөхәрриребеҙ Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаеваның тормошона, эшенә күҙ йүгертеп, яҙырға ултырҙым.

Иң ҙур боронғо башҡорт ауылы Сәйетбабала хөрмәтле, ихтирамлы булған Нәфисә Камал ҡыҙы менән Барый Әбйәлил улы Сираевтар ғаиләһендә төпсөктәре - бишенсе балалары булып ты-уып үҫкән Гөлдәр Барый ҡыҙы. Әсәһе мәктәптә уҡытыусы, шул уҡ ваҡытта урындағы радио тапшырыуҙарын алып барыусы - диктор, йәмәғәт эштәрен ойоштороусы, ә атаһы колхоз эшенән тыш балта оҫтаһы, умартасы, гармунсы, бейеүсе - ҡыҫҡаһы, улар икеһе лә етмеш төрлө һөнәр эйәһе булған ауылдың һоҡланғыс шәхестәре инеләр. Олаталары Камал Сәғәҙиев менән Әбйәлил мулланың ауыл өсөн күпме көс һалғанын һөйләп, әле лә ауылдаштары ҙурлап хәтерләйҙәр, һис бер онотмайҙар. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тигәндәй, Гөлдәр Барый ҡыҙының бер туған Әлфиә апаһы бик күп йылдар Республика халыҡ ижады үҙәге директоры, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы директоры урынбаҫары вазифаларын етәкләгән, Булат – механик һөнәре алып, “Йондоҙ” колхозында, һуңынан Мәләүез химия комбинатында эшләй, Гөлнур – сит телдәр һәм тарих уҡытыусыһы, оҫта бейеүсе, күп йылдар район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаларын алып барған, Хәмдиә (мәрхүмә) – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ, һәр береһе үҙ урынын табып, намыҫлы эшләп, йәшәгән кешеләр.
Гөлдәр Барый ҡыҙы Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡығанда уҡ пионер, комсомол ойошмалары эшенең уртаһында ҡайнап, йәмәғәт эштәрен белеп үҫә. Был уға нәҫелдән һалынған тиһәң дә була. Байрамдарға мәктәп, ауыл клубы сәхнәләрендә сығыш яһап, барыһын да әсир итә. Уның “Бишбармаҡ”, “Башҡорт ҡыҙы” бейеүҙәрен оҫта башҡарыуын тамашасылар һоҡланып ҡарап, шулай уҡ уның алып барыуында үткән кисәләр, йөрәк ҡылдарына үтеп инерлек итеп һөйләгән шиғырҙарын тыңлағандан һуң, моғайын күптәр, был бала артист булыр, тип көткәндер. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлаған ҡыҙ, әсәһе һөнәрен һайлап, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонда ла күҙгә салынмай ҡалмай тыныс, аҡыллы, белемгә ынтылыусан ҡыҙ. Иң әүҙем студенттарҙың береһе була ул. Ошо уҡыу йортонда үҙ парын да осрата. Был ваҡытта Гөлдәр Барый ҡыҙының атаһы баҡыйлыҡҡа күскән була. Шуға ла әсәһе ҡыҙының сит яҡҡа эшкә китеүен теләмәй. Буласаҡ кейәүе ҡыҙының ҡулын һорағас: “Ауылға эшкә ҡайтһағыҙ ғына ҡыҙымды бирәм”, - тип әйтеп ҡуя. Аңлы йәштәр оло кешенең һүҙенә ҡаршы килмәй. Ҡулдарына дип-лом алғас та Сәйетбаба урта мәктәбенә эшкә ҡайталар. Рәмил Ниғмәтйән улы – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәктәп директоры, Гөлдәр Барый ҡыҙы технология фәне уҡытыусыһы булып эшләй был осорҙа. Нәфисә Камал ҡыҙын матур итеп тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатып, изге фатихаһын да алалар. Һуңынан Өфө ҡалаһында ла яуап-
лы эштәрҙә эшләргә тура килә уларға. Телде, грамматиканы, тәржемәне яҡшы белгән Гөлдәр Кинйәбаева “Китап” нәшриәтенә эшкә урынлаша. Үҙен был өлкәлә лә һәйбәт белгес булараҡ таныта, мөхәррир эшен алып бара. Ошо йылдарҙа ул “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһенә лайыҡ була. Эш тәжрибәһе туплағас, Красноусолға ҡайтырға ҡарар итә Кинйәбаевтар. Өй һатып алып, Гөлдәр Барый ҡыҙы “Звезда” ра-йон гәзитендә, Рәмил Ниғмәтйән улы Балалар ижады үҙәгендә күңел һалып эш башлайҙар. Әлеге көндә гәзит-нәшриәт эшендә бай тәжрибә туплаған белгес – “Табын” район гәзите мөхәррире, оҙайлы педагогик хеҙмәт туплаған тормош иптәше Балалар ижады үҙәге директоры булып яуаплы эш урындарын етәкләйҙәр. Улдары Шамил мәктәпте, юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, әрмелә хеҙмәт итеп, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан, әле уңышлы эшләп йөрөй. Ғаиләһендә яратҡан ҡатын, һөйөклө әсә булған Гөлдәр Барый ҡыҙы аш-һыуға, ҡул эштәренә лә бик оҫта. Сәскәләр яратыуы, исеменә тап килеп тора. Эш бүлмәһенә кергән һәр кем уның күңел йылыһы һалып үҫтергән гөлдәренә иғтибар итмәй ҡалмай. Ҡайһы саҡта ярһып килгән кешенең дә тынысланып, йылмайып килеп сығыуын күрергә була был бүлмәнән.
Кеше ҡылған эше менән генә түгел, үҙен тотошо, холоҡ-фиғеле менән дә йәмләй бит үҙ урынын. Үҙен бер кем алдында ла һауалы тотмауы, командировкаларға сыҡҡанда изге теләктәр теләп, кәңәштәрен биреп оҙатып ҡалып, ҡаршы алыуы ла илһамландыра, үҙеңде ҡанатланып осорға этәрә. Ә бит эш мәшәҡәттәре етерлек, уларҙы һанай башлаһаң, гәзит бите лә етмәҫ. Етди етәксе, нәзәкәтле, сибәр ҡатын, өлгөлө әсә барыһына ла өлгөрә, эш өсөн ваҡыт менән дә иҫәпләшеп тормай. Бына бөгөн дә оҙайлы ялдан һуң саф, пак уйҙар менән аҡ ҡағыҙ битенә теҙелгән матур һүҙҙәр кеүек, аҡ ҡарҙарға аҡ эҙҙәр һалып, дәртле һәм ышаныслы аҙымдар менән яратҡан эшенә ашыға. Яңы яуған ҡарҙан күҙҙәр сағыла, ҡышҡы матурлыҡҡа һоҡланып туйып булмай. Гөлдәр Барый ҡыҙының да эшкә йылмайып килеп инеүе, яҡты сырайы, фекерле һүҙ йөрөтөүе эргә-тирәләгеләрҙе балҡышлы нурға сорнай, бәхетле итә. Алда ла аҡ-саф нурҙар бөркөп, ғаиләгеҙҙе, бергә эшләгән иптәштәрегеҙҙе һөйөндөрөп, шатланып эшләргә һәм йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: