Балаларға бүләктәр һәм яҡшы кәйеф бүләк итеү маҡсатында уҙған йылдың 29 декабрендә “Десант” хәрби-патриотик клубы курсанттарына ҡунаҡҡа район Советы депутаты Ю.А.Фокин, райондың ДОСААФ ойошмаһы рәйесе В.Н.Калачигов, Красноусолдағы 3-сө мәктәп директоры А.С.Рудкевич, “Красноусол” шифаханаһы вәкиле, запастағы 3-сө ранг капитаны С.Н.Коновалов, курсанттарҙың остаздары О.О.Афанасьев, А.М.Вәлиев килде. “Һәр берегеҙ ҙә Тыуған илде һаҡлаусы офицер һөнәрен һайламаһа ла, барығыҙ ҙа физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө, үҙ-үҙенә ышанған, үҙен һәм яҡындарын яҡлай алырлыҡ кешеләр булып үҫәсәкһегеҙ. Бөгөн алған күнекмә, белемдәрегеҙ киләсәктә һис шикһеҙ кәрәк буласаҡ”, - тине Юрий Анатольевич. Башҡалар ҙа курсанттарға матур теләктәрен еткерҙе.
Осрашыу һуңында “Десант” ойошмаһына депутат Ю.А.Фокиндың һәм “Красноусол” шифаханаһы директоры Е.Г.Волковтың Яңы йыл бүләктәре һәм 25 тельняшка тапшырылды.