+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Ғинуар 2021, 20:05

Законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе гаранты

12 ғинуарҙа Рәсәйҙең, шул иҫәптән районыбыҙҙың прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан уҙған йылғы эшмәкәрлектәренә байҡау яһауын һорап район прокуроры, өлкән юстиция советнигы Рөстәм Ринат улы РАЯНОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Ғафури районы прокуратураһы тарихына байҡау яһағанда, ул уҙған быуаттың 30-сы йылдарына барып тоташа. Ошо йылдар арауығында район прокуратураһына күп кенә грамоталы һәм квалификациялы прокурорҙар етәкселек итә. 1975 йылға тиклем район прокуроры булып Р.Ҡ.Зиаи торһа, 1975 йылдың мартынан Р.Х.Хафизов, 1978 йыл аҙағынан 1988 йылғаса прокурор вазифаһын Ф.Ғ.Имамов башҡара. Артабан 10 йыл район прокуроры булып Ю. Ғ. Фәхретдинов эшләй. Күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн Юнер Ғәли улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән исем бирелә, хәҙер ул хаҡлы ялда. 1999-2003 йылдарҙа прокуратураға Рәиф Салауат улы Ғарифуллин етәкселек итә, әлеге мәлдә ул адвокат булып юридик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Артабан Василий Григорьевич Никитин, 2009-2015 йылдарҙа Денис Петрович Иделбаев (хаҡлы ялға туҡтап, әлеге мәлдә Илеш районында мировой судья) район прокуроры вазифаһын башҡара.
Район прокуратураһында күҙәтеү эшмәкәрлеген ҙур булмаған, әммә эшлекле хеҙмәткәрҙәр: прокурор урынбаҫары Г.Р. Ипатова (прокуратурала 1989 йылдан алып эшләй), прокурор ярҙамсыһы М.М.Ғиләжев, өлкән инспектор – эш башҡарыусы Л.Ғ.Юлбарисова һәм водитель В.Х.Юлбарисовтан (район прокуратураһында 20 йылдан ашыу эшләйҙәр) торған коллектив алып бара.
Бөгөн прокуратура хеҙмәт-кәрҙәре закондар һағында тора, илебеҙҙең гражданлыҡ йәмғиәтенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен нығытыуға ҙур өлөш индерә. Прокуратура органдары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып граждандарҙың хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәтен яҡлау, енәйәтселеккә, коррупцияға ҡаршы көрәш, илдең хоҡуҡи берҙәмлеген тәьмин итеү тора. Һәм, әлбиттә, прокурор эшмәкәрлегендә башҡарма, закондар сығарыусы һәм суд влас-тары, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ бәйләнештә эшләү генә үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Уҙған йылға йомғаҡ яһап, беҙ үҙ бурыстарыбыҙҙы лайыҡлы үтәнек, тип ышаныслы рәүештә әйтә алабыҙ.
2020 йылда район прокуратураһы тарафынан Федераль ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү өлкәһендә эшмәкәрлек буйынса йыл буйына закон боҙоуҙың 914 осрағы асылды, законһыҙ хоҡуҡи акттарға ҡарата 148 протест белдерелде, 306 күрһәтмә бирелде, 111 дәғүә ебәрелде, прокурор тикшереүҙәре материалдары буйынса 78 кеше административ яуапҡа тарттырылды.
Күҙәтеү эшмәкәрлегенең айырыуса мөһим бурыстарының береһе булып коррупцияға ҡаршы көрәш тора. Был йүнәлеш сиктәрендә 58 закон боҙоу осрағы асылып, прокурор йоғонтоһо буйынса 50-нән ашыу акт төҙөлдө, коррупцион факторҙы үҙ эсенә алған 500-ҙән ашыу норматив хоҡуҡи акт өйрәнелде. Миҫал өсөн, прокурор йоғонтоһо акттары буйынса коррупцияға ҡаршы һәм муниципаль хеҙмәт ҡануниәттәрен боҙған өсөн урындағы үҙидара органдары муниципаль хеҙмәткәрҙәре вазифаларынан бушатылды.
Иҡтисади йәһәттән ҡатмарлы мәл беҙҙән Хеҙмәт ҡануниәтен боҙоусыларға ҡарата ҡаты мөғәмәләне талап итә. Уҙған йылда беҙҙең тарафтан 110 закон боҙоу осрағы асылып, үҙ ваҡытында түләнмәгән хеҙмәт хаҡтарын түләтеү буйынса 70 дәғүә судҡа ебәрелде, 12 күрһәтмә бирелеп, 10 кеше административ яуапҡа тарттырылды.
Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү өҫтөнлөклөләр иҫәбендә ҡала. Планлы һәм планһыҙ тикшереүҙәр уҙғарғанда ҡануниәтте боҙған өсөн планһыҙ тикшереүҙәрҙең дөйөм күләменән алғанда яртыһынан күберәге кире ҡағылды.
Прокурорҙар мәғариф өлкәһендәге, һаулыҡ һаҡлау, бәлиғ булмағандарҙың хеҙмәткә һәм милеккә хоҡуҡтарын боҙоуҙарға әүҙем йоғонто яһаны. Етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау айырыуса иғтибар үҙәгендә булды.
Элеккесә граждандарҙың конституцион хоҡуғын һәм судҡа тиклем иреген яҡлауға ҙур иғтибар бирелде. 450-нән ашыу закон боҙоу осрағы асылып, сара күрелде.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәренең дәүләт ғәйепләүсеһе сифатындағы һөнәри кимәле эштәр дәүмәленең артыуына һәм ғәмәлдәге ҡануниәттең үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, һис шикһеҙ дәүләт ғәйепләүен файҙалы һәм квалификациялы яҡлауҙы тәьмин итә.
Прокуратура органы башҡа органдар менән берлектә экстремизм һәм терроризмға ҡаршы эштә ярайһы ғына тырышлыҡ һала.
Граждандарҙың мөрәжәғәте менән эшләү – эшебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Район прокуратураһына мөрәжәғәт итеүсе граждандар һаны кәмемәй, был халыҡтың ышанысы юғары кимәлдә булыуын раҫлай. 2020 йылда район прокуратураһы 570-тән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итте.
Прокурор эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу, хоҡуҡи мәғлүмәт биреү буйынса эшкә беҙ ҙур иғтибар бирәбеҙ. Былтыр гәзит биттәрендә 250-нән артыҡ материал донъя күрҙе.
Тормош бер урында ғына тормай. Ҡануниәт тә, халыҡтың тормош кимәле лә, мәшғүллеге лә үҙгәрә. Бары тик районыбыҙ прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге генә үҙгәрешһеҙ ҡала – законға хеҙмәт итеү һәм үҙ һөнәри бурыстарҙы лайыҡлы, намыҫ менән үтәү. Быны прокурорҙарҙың хеҙмәтен иң юғары кимәлдә баһалауҙары дәлилләй.
Прокуратура законлылыҡ һәм йәмғиәттә хоҡуҡ тәртибе гаранты булып тора. Граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙың һөҙөмтәлелеге беҙҙең һөнәри оҫталыҡҡа, тулы хоҡуҡлы булыуға (компетентлыҡ) һәм эшебеҙгә бирелгәнлеккә бәйле.Ғафури районы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренең бөгөнгө быуыны исеменән прокуратура ветерандарына рәхмәт әйтәм һәм тәрән ихтирам белдерәм, ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ рух ныҡлығы теләйем. Район прокуратураһы коллективына һәм коллегаларға юғары һөнәри оҫталыҡ һәм хеҙмәт бурыстарының әһәмиәтен төшөрмәүҙәрен, кешеләр мәнфәғәте хаҡына намыҫлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйем.
Һөнәри байрамыбыҙ - Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөндә ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Еңел булмаған, әммә маҡтаулы эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм шатлыҡтар Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға! Ватанға һәм Законға хеҙмәттә уңыштар!
Читайте нас: