+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Ғинуар 2021, 14:00

Шау-гөр килде Боҙ ҡаласығы

7 ғинуар бөтә православие хрис-тиандары оло, яҡты һәм матур байрамдарҙың береһе – Христос Раштыуаһы – Ғайса пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн байрам итте. Раштыуа – кешеләрҙе изге эштәргә илһамландырған, халыҡтың берләшеүенә булышлыҡ иткән бөйөк байрамдарҙың береһе. Ул күп быуаттар элек Вифлеемда Иисус Христос иҫтәлегенә булдырылған.

Барлыҡ Христиан донъяһының изге байрамын билдәләп үтер өсөн район халҡы ла әкиәт донъяһына хас итеп төҙөлгән Боҙ ҡаласыҡ янына, М.Ғафури майҙанына йыйылды. Балалар тауышынан гөр килеп торған күңелле ҡаласыҡҡа ҡыңғырау тауыштары ла ҡушылып, үҙенә тартып тора ине. Концерт тамашаһын алып барыусы Елена Рябова байрам кисәһенә барыһын да сәхнә янына йыйып, ул күңелле йыр-бейеү менән аралашып барҙы. Байрам айҡанлы изге ҡотлау һүҙҙәре әйтелде, кескәйҙәр Балалар ижады үҙәге ойошторған уйындарҙа уйнап рәхәтләнде. Шулай уҡ был коллектив хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән тамаша байрам биҙәге булды. Красная Полянанан килгән Мәскәй әбей (Сергей Тимофеев) барыһын да көлдөрөп, һеперткеһе менән уларҙы бергә туплап йөрөнө. Шәхси эшҡыуар Светлана Ивановна Фомина предприятиеһы байрамға йыйылыусыларҙы йылы сәй, ҡоймаҡ менән һыйлап, байрам йолаһын үтәне.
Күмәк күңел асыу менән бергә алып барылған был байрам үҙ маҡсатына өлгәште, был кисәнән һәр береһе күтәренке кәйефтә, ҡараңғы төшкәс кенә таралышты.
Читайте нас: