Тап әүҙем ял һәм боҙ аҫтынан балыҡ тоторға яратыусылар өсөн оҙайлы ҡышҡы каникулдарҙың бер көнөндә, йәғни 9 ғинуарҙа ҡышҡы боҙ аҫтынан балыҡ тотоу буйынса Ғафури район чемпионаты үтте. Красноусолдағы Полянский быуаһында уҙған бәйгелә 13 команда (нигеҙҙә балалары менән ғаиләләр) һәм 14 балыҡсы ҡатнашты. Чемпионатта ҡатнашҡан балыҡсыларҙың иң кесеһе – 6, ә иң өлкәне 70 йәштә.
Чемпионатты Ғафури район хакимиәте, Красноусол ауыл биләмәһе, шулай уҡ райондың Һунарсылар һәм балыҡсылар Ассоциацияһы, Рәсәй ДОСААФ-ының Ғафури район бүлексәһе ойоштороп уҙғарҙы. Был йолаға әүерелгән мауыҡтырғыс сара йылдан-йыл күберәк кешене үҙенә йәлеп итә.
Был көндө саф һауала балыҡ тотоусылар өсөн һауа торошо ярайһы ғына матур булды-булыуын, әммә балыҡ ҡармаҡлау өсөн бигүк уңышлы булмай сыҡты. Бары тик иң тәжрибәле һәм сос балыҡсылар ғына табышҡа эйә була алды.
Чемпионат иртәнге сәғәт 11-ҙә башланып, бәйгегә старт бирелеүҙең 3-сө минутында иң беренсе балыҡты Красноусолдан Фәнил Ханнанов ҡаптырҙы. Һәм тап ул иң тәүге тотолған балыҡ номинацияһында еңеүгә дәғүә итеп, бүләкләнеүселәр исемлегенә инде.
Ярыш шарттары буйынса балыҡсыларға балыҡ тотоуға өс сәғәттән ашыу ваҡыт бирелде. Ошо арауыҡта улар төрлө ысулдар менән үҙҙәренең балыҡсы һәләтен асты, балыҡ тиҙерәк ҡапһын өсөн мәкене әүрәткестәр менән емләп, ҡармаҡтарын ҡуйҙы, иркен быуаның бер урынынан икенсе - “балыҡлыраҡ” урынына күсеп тә йөрөнө. Бының өсөн сикләү юҡ ине.
Бирелгән ваҡытты берәү ҙә бушҡа уҙғарманы, бар иғтибарын йүнәлтеп, барыһы ла бирелеп балыҡ тотто. Балалары менән килгәндәр иһә уларға ла ярҙам итеп өлгөрҙө. Ир-егет балыҡ тотоусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, шулай уҡ йәш ҡыҙҙар ҙа бар ине. Ғаиләләре менән килеүселәрҙән, Красноусолдан Эльвира һәм Илгиз Урманшиндарҙың улдары Эмиль менән бер рәттән ҡыҙҙары Элина ла ҡыҙыҡ күреп балыҡ тоторға килгән. Улар: “Еңеү түгел, ә иң мөһиме – ҡатнашыу”, - тине.
Бына өсөнсө яртыла: “Балыҡ ҡармаҡлауҙы туҡтатырға!” - тигән команда яңғыраны.
Боҙ аҫтынан ҡышҡы балыҡ тотоуҙан һәм әүҙем ялдан ҙур кинәнес, дәрт-дарман, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алған балыҡсылар тантаналы теҙелеүгә йыйылды. Чемпионатта ҡатнашып, еңеү яулаусыларҙы Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Ҡунафин, район хакимиәте вәкиле – физик культура һәм спорт бүлеге мөдире Шамил Хәкимов, райондың Һунарсылар һәм балыҡсылар Ассоциацияһы етәксеһе Олег Марков, Рәсәй ДОСААФ-ының Ғафури район бүлексәһе рәйесе Василий Калачигов Маҡтау грамоталары, кубок һәм миҙалдар менән бүләкләне.
Шәхси беренселектә тотолған балығының дөйөм ауырлығы 245 грамм булған Константин Моисеевҡа 3-сө урын бирелде. 455 грамм балыҡ тотоуға өлгәшкән Анатолий Коробов 2-се урынға лайыҡ булды. Ә 1-се урынды Камчатканан тыуған Красноусол ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡан Владимир Булатов яуланы.
Командалар араһындағы бәйге улдары Никита менән Коробовтар ғаиләһенең еңеүе менән тамамланды. Уларҙың дөйөм табышы – 715 грамм.
Чемпионатта балыҡсы Фәнил Ханнановҡа икеләтә уңыш йылмайҙы. Ул бер түгел, ике – иң ҙур һәм иң тәүге балыҡты тотоусы номинацияларында бүләкләнде. 6 йәшлек Семён Семёнов иң бәләкәс балыҡсы булараҡ, үҙенә тәғәйен бүләк компасын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. 70 йәшлек Рәшит Мөхәмәтйәнов иң өлкән балыҡсы номинацияһына лайыҡ булды.
Судьялар гүзәл заттар хаҡында ла онотманы, ҡатын-ҡыҙ-балыҡсы Татьяна Семёнова менән Элина Урманшинаны ла бүләкләне.
ДОСААФ бүлексәһе рәйесе Василий Калачигов пневматик винтовканан атыу район ярышына ла йомғаҡ яһаны. Ул ҡышҡы балыҡ тотоу чемпионаты менән бер үк көндә уҙғарылды. Иң мәргәндәре тип табылыусылар Анатолий Коробов (1-се урын), Владимир Анатольевич (2-се), Айҙар Мансуров (3-сө) етәксе Василий Николаевич ҡулынан бүләктәр алды. Район ДОСААФ бүлексәһе балыҡсы Никита Пасечникҡа үҙ номинацияһында бүләген тапшырҙы.
Әйткәндәй, чемпионатта ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. ЛДПР сәйәси партияһының урындағы территориаль бүлексәһе вәкилдәре ҙур теләк менән балыҡсыларҙың һәр ҡайһыһына үҙҙәренең иҫтәлекле сувенирҙарын тапшырҙы.
Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр, миҙалдар һәм Дипломдарға лайыҡ булды. Ә балыҡсылар еңеүҙән бигерәк үҙҙәренә әллә күпме ыңғай тәьҫораттарҙан ҡәнәғәт булып, ойоштороусыларға рәхмәтле булып таралышты.