+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Ғинуар 2021, 17:25

Атайҙан күргән... оҫталыҡ менән булған

Борон ата-бабаларыбыҙ тормош-көнкүрештә кәрәкле өҫтәл-ултырғыс, карауат, хатта шкаф-шифоньер кеүек һәм башҡа кәрәк-яраҡты үҙҙәре эшләгән. Был аңлашыла ла, сөнки ул ваҡытта әлеге кеүек магазинда әҙере булмаған.

Бурлы ауылында тыуып-үҫеп, бәхет эҙләп ситкә сығып китмәй, йәнтөйәгендә төпләнеп йәшәүсе Наил Тимербулатовты ауылдаштары ошондай донъя көткәндә кәрәкле ағас әйберҙәр эше оҫтаһы булараҡ белә. Ул заказ буйынса өҫтәл-ултырғыстар, ишектәр, эскәмйәләр, яңы тыуған сабыйҙарға бишек-сәңгелдәктәр (уйынсыҡтарын да) эшләй. Оҫтанан мольберт эшләтеп алыусылар ҙа табылған.
Бала саҡтан ағастан төрлө әйберҙәр эшләргә әүәҫ егет, мәктәптә уҡығанда уҡ хеҙмәт дәрестәренә ҙур ихласлыҡ менән йөрөгән. Оҫталыҡ эше балта оҫтаһы атаһы Мөнир Абдрахман улынан килә. Атаһына эйәреп төрлө әйберҙәр эшләп ҡарай. Элегерәк һалынған йорттарҙың күпселегенең тәҙрә яҡтарын атаһы һуҡҡан һәм башҡаһына ла уның, ағас оҫтаһының, ҡулы тейгән.
Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, ауылдарҙа эшһеҙлек хөкөм һөргән заманда, киләсәген уйлап эш иткән оҫта эшһеҙ ҡалдым тип аптырап ҡалмаған, үҙ кәсебенә тотонған. Ағас эшен төптән белеп эш итә Наил. Үҙенә оҫтахана булдырып, унда һәр төрлө кәрәкле станоктар, инструменттар урынлаштырып, шунда эшмәкәрлек алып бара.
Ғаилә ҡороп, тормош юлдашы Гүзәл Әлтәф ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Наилә – Себер тарафтарында, Нефтеюганск ҡалаһы мәктәптәренең береһендә эш башҡарыусы булып эшләй. Улдары Фаил медицина колледжында массажсы һөнәрен үҙләштерә. Иң кеселәре – ҡыҙҙары Камилла 2-се класта уҡый.
Читайте нас: