+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Ғинуар 2021, 18:30

Тауҙар ғорурлығы сағыла

Ҡаранйылға ауылына килеп ингәс тә иң беренсе күккә олғашҡан һоҡланғыс тауҙар ҡарашты үҙенә тартып, ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Итәгендә урынлашҡан ауылды бар хәсрәттән, ел-дауылдан һаҡлап ултырған кеүек улар. Ошонда йәшәүсе, күптән түгел үҙенең 90 йәшен тултырған Абдулла Мырҙабай улы Йәноҙаҡов та, мәғрүр тауҙар кеүек, үҙе тыуып үҫкән, ғүмер кисергән ауылдың бер терәге, ышаныслы кешеһе, ҡот-бәрәкәт өҫтәүсеһе булып тора.

Абдулла бабай 1931 йылда Хәйерниса менән Мырҙабай Йәноҙаҡовтарҙың ете балалы ғаиләһендә тыуып үҫкән. Башта ауылда башланғыс белем ала, һуңынан Сәйетбабаға уҡырға бара. 9-сы класты уҡып бөтһә лә, аслыҡтан шешенеп, имтихандарҙы тапшыра алмай. Был йылдар үҙәк өҙгөс булып хәтерендә ҡалған уның. Фронт өсөн сабата ла үргән, һалабаш та һалған. Һуңынан Белоретҡа һөнәри училищеға уҡырға инә. Завод өсөн уҡытһалар ҙа, унда алған һөнәр буйынса эш булмай сыға. Ауылға кире ҡайта йәш егет.
- Һуғыш ваҡытында һәм унан һуң ныҡ аслыҡ булды, ауыл хужалығы артта. Ул осорҙа ауыл менән сабата етештерҙек. Атайым данлыҡлы балта оҫтаһы ине. Унан шуға өйрәнгәнмендер инде, - тип һөйләй Абдулла Мырҙабай улы.
Уға өс йыл әрме хеҙмәтен дә үтергә тура килә. Өфөнән эшелон менән частарға бүлеп, Урта Азияға алып китәләр. Артиллерия часына урынлаштыралар ҡатҡыл егетте. Хеҙмәт иткән саҡтары шул тиклем күңелендә уйылып ҡалған, уларҙы кисә генә булған кеүек хәтерләп теҙеп һөйләй ул.
Армиянан ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында яңы асылған тракторсылар курсына уҡырға ебәрәләр. Бында йәшәү, ашау бушлай, етмәһә, стипендия ла түләйҙәр. Шуға ла рәхәтләнеп, бөтә күңелен биреп техника серҙәренә төшөнә. Колхоздан йүнәлтмә буйынса уҡырға килгәс, ул эшкә ауылға ҡайта.
Быға тиклем ауылда белгестәр булмағас, Табындан эшселәр килеп, Сәйетбабала эшләп йөрөгән була. Абдулла Мырҙабай улын 8-се тракторсылар бригадаһына беркетәләр. Ә инде ике йыл ярым эшләгәс, уға арыуыраҡ трактор бирәләр һәм үҙ аллы эшләй башлай. Шул ваҡытта Сәйетбаба ауылынан йөрөп ауылда медпунктта эшләгән Хәлиҙә исемле ҡыҙ менән көн һайын иртән юлда осрашһалар ҙа, һаулыҡ та һорашмай, икеһе ике яҡҡа эшкә ашығыр булалар. Бер урамда торған һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Зәйнулла Фәтҡолов ҡыҙҙы ауылда ҡалдырыу ниәте менән уларҙы бер-береһенә димләй. Шулай итеп, йәштәр 1959 йылда сәстәрен-сәскә бәйләп, бергә йәшәй башлай. Ҡаранйылға менән Мәндем йылғаһы ҡушылып бер-береһен нисек тулыландыра, улар ҙа шулай бер ағымда аға башлай. Мөхәббәт емештәре булып 1960 йылда оло улдары Фәнил тыуа. Ул бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй. 1963 йылда - Флүзә, 1965-тә Фәйрүзә ҡыҙҙары донъяға ауаз һала. Әле улар үҙ ғаиләләре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр. Ә 1969 йылда төпсөк улдары Айваз тыуа. Ул ата-әсәһе йорто эргәһендә күркәм өй һалып, уларға терәк-таяныс булып, ғаиләһе менән матур итеп донъя көтә. Һөйөклө әсә Хәлиҙә Шакир ҡыҙының сигеү-бәйләү эшенә, аш-һыуға оҫта булыуы, таҙалыҡ яратыуы ла йорттарына йәм, бәрәкәт өҫтәй.
- Бына хәҙер 60 йылдан артыҡ бергә йәшәйбеҙ. Колхоз эшендә булғас, иртән эшкә китте - кис ҡайтты. Балаларҙы эшкә өйрәтеп үҫтерҙек, барыһы ла тырыштар, - тип һүҙгә ҡушыла Хәлиҙә Шакир ҡыҙы.
Эйе, Абдулла Мырҙабай улы 35 йыл “Йондоҙ” колхозында эшләү дәүерендә механик, гараж мөдире эшен дә башҡарған, тракторҙы, комбайнды ла етәкләгән. Ул ваҡытта колхозда 37 трактор, 17 комбайн була. Әлбиттә, уның тырыш хеҙмәте дәүләт тарафынан да иғтибарһыҙ ҡалмай. 1976 йылда уңған механикты СССР-ҙың юғары наградаларының береһе – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләйҙәр. Хеҙмәт һәм тыл ветераны булып тора. “Биш йыллыҡ ударнигы”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” һәм башҡа миҙалдары ла бик күп. Шулай уҡ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашып, бригадала партия уҡыуҙары алып барған, иптәштәр суды рәйесе йөгөн дә тартҡан. 6 тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайланған. КПСС район комитеты ағзалығына кандидат та була. Бик күп йәш механизаторҙарҙы өйрәтеүгә, уҡытыуға тос өлөш индерә. Ауыл хужалығы техникаһы өсөн запас частар, йәиһә техника алып ҡайтырға булһа, ҡайһы саҡта эш буйынса ҡатмарлыҡтар килеп тыуһа, һәр саҡ уға таянғандар. Хатта, Украинаға Харьков ҡалаһына ла барырға тура килгән уға. Бөгөн көлөп: “Хәлиҙә кешене дауаланы, мин тимер-томорҙо”, - ти ул.
Уның һөйләгәндәре үҙе бер тарих булып хәтергә уйыла бара. Үкенесле мәлдәре лә, шатлыҡтары ла булған тормош юлында. Бөгөн ғорурланып иҫкә ала ул үҙенең үткән йылдарын. Сөнки был йылдар намыҫ менән ысын хеҙмәттә үткән бит. Улына ла, ейәненә лә техникаға һөйөү һеңдергән. Иркен урамдарында ултырған өр-яңы “Беларус”ҡа ғорур тауҙарса бағып, ғорурланып тора ул бөгөн. Киләсәктә лә тормош иптәшегеҙ менән ныҡлы һаулыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, балалар һөйөнөсөнә күмелеп йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: