+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Ғинуар 2021, 20:35

Фестиваль үтте

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек – ул физик әҙерлек программаһы. Кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу, балаларға патриотик тәрбиә биреү, йәш быуынды хеҙмәткә һәм Ватанды һаҡлауға әҙерләү төп маҡсат булып тора.

10 ғинуарҙа “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тарафынан “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер”лек буйынса Яңы йыл фестивале үтте. Унда райондан теләгән һәр кем ҡатнашты. Улар үҙҙәренең көстәрен: электрон ҡоралдан атыу, гимнастик эскәмйәлә баҫҡан килеш алға эйелеү; ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү (1 минут эсендә); ҡулды бөгөп, турайтып; урындан оҙонлоҡҡа һикереү; үрҙән тартылыу; түбәндән (90 см) тартылыуҙа һынап ҡараны. Еңеүселәр алты йәш төркөмөнә ҡарап бал суммалары буйынса билдәләнде. 18 еңеүсе һәм призерға ФК һәм район хакимиәте тарафынан миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды.
Лидия ЕЛСУКОВА,
ГТО буйынса тест үткәреү үҙәге администраторы.
Читайте нас: