Йәшәйешебеҙҙе яҡшыртырға мөмкинселек биргән был проектта тағы ла ҡатнашыу маҡсаты менән 15 ғинуарҙа Аҡкүл ауылында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау – 2021” программаһы буйынса йыйылыш үткәрелде. Коронавирус киҙеүенә бәйле ҡуйылған талаптарҙы күҙ уңында тотоп, йыйылыш ике урында - мәктәптә һәм ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелде. Йыйылыусылар бер тауыштан йыйылыштың рәйесе итеп Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Әнүәр улы Мөхәррәмовты, сәркәтибе - ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Л.И.Васильеваны һайланы.
Көн тәртибендә Ленин урамы, 6 (адресы буйынса) урынлашҡан Балалар баҡсаһына ремонт эшләү мәсьәләһе хупланып, бер та-уыштан ҡабул ителде һәм биш кешенән торған инициатив төркөм төҙөлдө. Проекттың хаҡы 750 мең торһа, шуның 500 мең һумы республика бюджетынан, 50-шәр мең һум ауыл һәм бағыусылар тарафынан, 150 мең һумы урындағы бюджеттан йыйыу ҡаралған.
- Быйыл ППМИ-ның биш йыллыҡ юбилейы. Бына ошондай программала ҡатнашыу өҫтәмә мөмкинлектәр бирә. Урындағы халыҡтың, бағыусыларҙың ярҙамынан тыш был эштәрҙе хәл итеп булмай. Беҙ беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайбыҙ, уҙған йылдарҙа ошо программаға ярашлы ауыл мәҙәниәт йортона ремонт эшләнде, роторлы ҡоролма алдыҡ, обелиск ҡуйылды. 12 ауыл ҡараған ауыл биләмәһе өсөн ҙур һәм кәрәкле эштәр булып тора. Тәҡдим ителгән мөһим эштәрҙе хуплап, үҙ тауыштарын биргән, ярҙам иткән ауыл халҡына, старосталарға, шәхси эшҡыуарҙарға, барса биләмә халҡына рәхмәт белдерәм. Бөгөн ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, Аҡкүл ауы-
лында даими 420 йортта йәшәүселәргә 150-шәр һум үҙ өлөшөн индереү кәрәк буласаҡ, - тип һөйләп үтте үҙ сығышында Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Әнүәр улы.
Сығыш яһаусылар ҙа: “Балалар баҡсаһында күптән ремонт булғаны юҡ. Түбәһен, тәҙрәләрен, ишектәрен, иҙәнде алыштырырға кәрәк. Ауылда тыуым арта, кескәйҙәр балалар баҡсаһына йөрөй”, - тигән һығымтаға килделәр.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, хөкүмәт тә үҙ өлөшөн индергәс, файҙаһы ла күберәк. Аҡкүлдәр әүҙем һәм берҙәм булғанда быйыл да һис шикһеҙ маҡсаттарына ирешерҙәр.