+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 19:45

Оҫталыҡтарын күрһәттеләр

10 ғинуар төбәктә Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министрлығы тарафынан Милли аш-һыу көнө тип иғлан ителгәйне. Социаль селтәрҙәрҙә милли аш-һыу әҙерләү флешмобына бихисап халыҡ ҡушылды.

Район халҡы ла ситтә ҡалманы – көн һуҙымында яратҡан ризыҡтарын әҙерләгән фото һәм видеоларҙы социаль селтәрҙәргә һала барҙылар. Республика акцияһына туҡланыу предприятиелары, шәхси эшҡыуарҙар ҙа әүҙем ҡушылды. Мәҫәлән, “Сифат тирмәне” уңғандары бишбармаҡ, “Встреча” кафеһы “тюльпины”, “Әкиәт” кафеһы һәм “Виктория”
кооперативы – ваҡ бәлеш бешереү тәртибе, шәхси эшҡыуар Ә.Х.Фәйзуллин икмәкханаһы оҫталары сәк-сәк бешереү, Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы уҡытыусыһы Светлана Ғүмәрова “пряниктан өйҙәр” әҙерләү серҙәре менән бүлешкән.
Фото-видеоларҙан күренеүенсә, аш-һыу оҫталары был сараға ентек-ле әҙерләнгән: видеоларҙы милли кейемдәрҙә, йыр-моң оҙатыуында төшөргәндәр. Игенйылға ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре туҡмас, Үзбәк ауылынан Фирҙәүес Ғәзизова манты, Еҙем-Ҡарандан Рәүилә Килмөхәмәтованың ҡаҙ бәлеше, Бурлынан Рәсимә Мөхәмәтдинова – бауырһаҡ, Үтәктән Гөлназ Маннанова – ҡаҙылыҡ, Красно-усолдан Табулдиндарҙың ишле ғаиләһе ҡаҙ һәм бәлеш әҙерләп байрам өҫтәлен биҙәү, Сәйетбабанан Гәүһәр Байбулдина – ҙур бәлеш, Ерек ауылынан Әсмә Хәйретдинова шифалы эсемлек – буҙа әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән.
Социаль селтәрҙәрҙә барған флешмобта ҡатнашыусылар милли ризыҡтарҙың рецептары менән бүлешеп, оҫталыҡтарын күрһәтеп кенә ҡалманы, барыһына ла яҡшы кәйеф тә бүләк иттеләр.
Читайте нас: